Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Орджоникидзе районы бүлексәһе белгесе Елена Рассказова Мәшғүллек өлкәһендәге Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды алды.
Уға “Карьера консультанты” номинацияһында “Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең иң яҡшы белгесе” исеме бирелде.
“Конкурс быйыл тәүге тапҡыр үткәрелде, һәм шунда уҡ беҙҙең республика белгесенең призер була алыуы шатлыҡлы хәл”, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Елена Владимировна Рассказова – юғары квалификациялы белгес кенә түгел, ул ғаилә хеҙмәт династияһын дауам итеүсе лә: уның атаһы республикалағы мәшғүллек хеҙмәтен башлап ебәреүселәрҙең береһе булып тора”.
Конкурсанттарҙы ойоштороу комитетының 28 эксперты баһаланы. Бәйгелә ҡатнашҡандар үҙ эшенең йоғонтололоғон, кәңәшсе-тәрбиәселек тәжрибәһен, яңы компетенцияларҙы үҫтерә белеүен раҫланы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.