Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2022, 08:00

Төп приз - бер фляга бал!

Күгәрсен эшҡыуары шахмат буйынса конкурсты тәүге йыл ғына үткәрмәй

Төп приз - бер фляга бал!
Төп приз - бер фляга бал!


Күгәрсен районында крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Николай Хрипунов ауылдаштары өсөн Яңы йыл байрамы айҡанлы бал шахматы турниры ойошторған. Эшҡыуар "баллы турнир" конкурсын тәүге йыл ғына үткәрмәй. Сара "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ойошторолға. Фермер үҙе һигеҙ йылдан ашыу спиртлы эсемлектәр ҡулланмай, шуға күрә сәләмәт тормошто пропагандалаған сараларға әүҙем ҡатнаша һәм бағымсылыҡ ярҙамы ла күрһәтә.

Турнир Бикбулат ауылында үткән, бында хатта Ейәнсура районынан һәм Ырымбур өлкәһенән дә ҡатнашыусылар килгән! Төп приз — бер фляга бал.

Конкурста ҡатнашыусылар шул тиклем күп булған, шуға күрә йомарт эшҡыуар еңеүселәргә генә түгел, хатта турнирҙа  һәр ҡатнашҡан кешегә лә бал таратырға ҡарар иткән.

Фото: Күгәрсен районы төркөмөнән.

Автор: Карима Усманова
Читайте нас