Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 14:30

530 меңдән ашыу шылтыратыу булған

Хәл-шарттар үҙәге операторҙары бөтә һорауҙарға яуап бирергә тырыша.

530 меңдән ашыу шылтыратыу булған
530 меңдән ашыу шылтыратыу булған

Быйыл республиканың Хәл-шарттар үҙәгенә 530 меңдән ашыу шылтыратыу булған. Ә ошо хеҙмәт ойошторолған мәлдән, 2020 йылдың 16 ноябренән алып 2022 йылдың 25 декабренә тиклем хеҙмәт операторҙары 874078 мөрәжәғәт ҡабул иткән.

Быйыл иң киҫкен темалар – Донбасстан ирекһеҙҙән күсеп килгәндәргә һәм сит илдәге туристарға ярҙам, балалар пособиелары түләү, өлөшләтә мобилизация һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, социаль селтәрҙә аралашмаған һәм хат яҙмаған кешеләр 122 хеҙмәтенә  шылтыратып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирә ала. Мәҫәлән, унан табипҡа яҙылыу йәки мобилизацияланғандарға ярҙам тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.

“Хәл-шарттар үҙәге операторҙары бөтә һорауҙарға яуап бирергә тырыша. Был беҙҙең йәмғиәткә бик кәрәкле хеҙмәт тип иҫәпләйем”, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолған берҙәм 122 хеҙмәтенә 2020 йылдан алып бөтә ил буйынса 107 миллиондан ашыу шылтыратыу булған, шуларҙың 59 миллионы – быйыл. Граждандар менән бәйләнеште ойоштороу эшенә йомғаҡ яһауға һәм төбәктәрҙә 122 хеҙмәтенең колл-үҙәктәре эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәлә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко ошо хаҡта белдерҙе.

“Быйыл иң күп шылтыратыуҙар февраль айында булған. Ул осорҙа илдә коронавирустың “омикрон” штамы менән ауырығандар һаны ҡырҡа артып киткәйне, – тине Дмитрий Чернышенко. - Өлөшләтә мобилизация башланғандан алып, Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустиндың күрһәтмәһенә ярашлы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 112 колл-үҙәктәре һәм “Аңлатабыҙ.рф” ресурсы аша граждандарға борсоған мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт биреү ойошторолдо. Әле бөтә төбәктәрҙә лә бындай хеҙмәттәр тейешле талаптарға яуап бирә”.

Хәл-шарттар үҙәгенең телефондары: +7 (347) 218-19-19 и 122.

530 меңдән ашыу шылтыратыу булған
530 меңдән ашыу шылтыратыу булған
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: