Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 23:27

Аңлашып йәшәүгә ни етә?!

Иң мөһиме – именлек һәм тыныслыҡ

Кемдер Көнсығыш йондоҙнамәһенә ышана, кемдер – юҡ. Шулай ҙа йылдағы матур традицияға тоғро ҡалып, киләһе йыл хужалары булған Ҡуяндарға ҡыҙыҡлы һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. Улар “Һеҙгә үҙегеҙ тыуған Йыл хужаһының холҡо тура киләме? Һеҙ ниндәй Ҡуян? Үҙ йылығыҙға ниндәй пландар, маҡсаттар билдәләнегеҙ? Ғәҙәттә, байрамды ҡайҙа, нисек үткәрәһегеҙ?” тигән һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә АБДУЛЛИНА:

– Бер ата-әсәнән тыуған балалар төрлө ҡиәфәтле, төрлө характерлы булғанда, ҡитғалар менән айырылған тотош Ер шарында йондоҙнамә буйынса бер йылда тыуған кешеләр араһында уртаҡ һыҙаттар табырға ынтылыу үҙен аҡлаймы икән?! Теге йәки был йылда тыуыуына ҡарап ҡына бөтә кешене лә бер ҡалыпҡа һалып булмайҙыр, тип уйлайым. Быуаттар буйы күҙәтеүҙәргә нигеҙләнгән йондоҙнамәлә ышандырырлыҡ дәлилдәр ҙә юҡ түгел.  Көнсығыш донъяһы – ғөмүмән, тулыһынса асылмаған сер бит ул. Йондоҙҙар ҙа элек-электән кешелек донъяһына юл күрһәткән маяҡ булып тора. Ә инде мөсәлдәрҙең күрһәткесе ролен үтәгән 12 йәнлек атамаһы, минеңсә, бик шартлы һайланған. Ни өсөн тап ошо йәнлектәр Көнсығыш йондоҙнамәһенең нигеҙен тәшкил итә икән, ә башҡа йәнлектәр түгел?!

Ҡуянды, ғәҙәттә, әкиәттәрҙә, йәнһүрәттәрҙә ҡурҡаҡ, өркәк, боҫоп ҡына, үҙ һүҙен әйтә алмай ултырған йән эйәһе тип күрһәтәләр. Тормошта ла был бахыр йәнлек бөтә ғүмерен көслөрәк хайуандарҙан, һунарсыларҙан йәшенеп үткәрә. Хатта, тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыу өсөн, миҙгелгә ҡарап, тунының төҫөн алмаштырырға мәжбүр. Үҙемә килгәндә, холоҡ-фиғелемдә “ҡуянлыҡ” һыҙаттарына ҡарағанда, үтеп барған Барыҫ йылының сифаттары көслөрәк сағыла, буғай (ғинуарҙың 4-ендә тыуғанмын, үткән йылға саҡ ҡына “эләкмәй ҡалғанмын”). Әлбиттә, йыртҡыс юлбарыҫ кеүек ҡапыл һикерә торған холҡом юҡ, характерым буйынса тынысмын, әммә ҡуян кеүек ҡасып-боҫоп йәшәү булмышыма бөтөнләй тап килмәй.

Һәр йылдағыса, киләсәккә аныҡ маҡсат-бурыстар билдәләргә ваҡыт ҡалмай ҙа ҡуя. Ваҡыт ҡулсаһы шул тиклем тиҙ әйләнә. Көндәлек мәшәҡәттәр үҙенән-үҙе килеп сығып ҡына тора. Алдан күҙалланмаған әллә күпме эш башҡарыла, ә планлаштырылғандары, киреһенсә, үтәлмәҫкә мөмкин, шуға күрә алдан әллә ни юрамаҫҡа тырышам. Иң мөһиме – илебеҙҙә тыныслыҡ булһын. Йылды ғаиләм, яҡындарым менән иҫән-һау үткәрергә яҙһын, хеҙмәттәштәрем менән атҡарып сығаһы әллә күпме проект бар...

Яңы йыл байрамын, ғәҙәттә, ғаиләбеҙ менән үҙ өйөбөҙҙә ҡаршы алабыҙ, иртәгеһенә  ауылға тыуған йортҡа ашҡынабыҙ. Байрам кәйефе булдырыу өсөн йыл һайын шыршы ултыртабыҙ, уны күмәкләп биҙәйбеҙ, улым менән ҡыҙыма Яңы йыл төнөндә Ҡыш бабай бүләктәр ҙә ҡалдыра... Табынды ла бергәләп әҙерләйбеҙ. Мотлаҡ ҡара емеш тултырылған ҡаҙ,  ғаиләм яратып ашаған баллы торт бешерәм. Турамаларҙы балаларҙың теләгенә ҡарап яраштырам, үҙем тоҙлаған кәбеҫтә, ҡыяр ҡушырға тырышам. Ғөмүмән, тәбиғи, күбеһенсә үҙебеҙ йәйгеһен-көҙгөһөн әҙерләгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Яңы йылды ҡаршы алғас, ҡаланың һырғалаҡтарын йөрөп сығабыҙ, балалар бәләкәйерәк саҡта бергәләп кинәнеп шыуып та ала инек.

Һуңғы осорҙа Ер шарындағы сәйәси тотороҡһоҙлоҡ шул тиклем һиҫкәндерә. Шуға, тәү сиратта, донъяла, илебеҙҙә, республикабыҙҙа, һәр ғаиләлә именлек булһын, тип теләйем. Яҡындарыбыҙ өсөн күңелебеҙ тыныс,  балаларыбыҙҙың киләсәге  өмөтлө булһын. Ризығыбыҙ хәләл көс менән табылһын, күңел биреп башҡарырлыҡ эшебеҙҙән, иңгә-иң терәшеп эшләрлек хеҙмәттәштәрҙән айырмаһын. Бер-беребеҙ менән аңлашып йәшәүгә ни етә?!


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: