Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 15:00

ЙЫЛ ПАРКЫ: Ҡашҡаҙанды хәҙер танымаҫһың да!

Күптәрҙең яратҡан ял паркына әйләнде ул.

ЙЫЛ ПАРКЫ: Ҡашҡаҙанды хәҙер танымаҫһың да!
ЙЫЛ ПАРКЫ: Ҡашҡаҙанды хәҙер танымаҫһың да!

Ҡашҡаҙан - Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге күл. Ул Ҡариҙел йылғаһының уң яғында урынлашҡан. Был – тәбиғи һыу ятҡылығы. 2002 йылда күлде “мәҙәниләштереү” маҡсатында “Ҡашҡаҙан” ял һәм мәҙәниәт паркы булдырыла.

Быйыл Өфөләге “Ҡашҡаҙан” ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү иһә баш ҡаланың йөҙөн тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе. Был ғына түгел, күлдең эргә-тирәһен матурайтҡас һәм йәмәғәт киңлеген яңыртҡас, “Ҡашҡаҙан” Рәсәйҙә һыу ятҡылығында урынлашҡан иң яҡшы паркка әйләнде.

Белеүебеҙсә, паркты реконструкциялау республика етәксеһе ҡушыуы буйынса башланды. Күлдең төбө тулыһынса таҙартылды, бының өсөн тәүҙә һыу ятҡылығы ҡоротолдо, 40 мең тирәһе йөк ләм, бысраҡ һәм көнкүреш сүп-сары сығарылды, тәрәнәйтеү һәм башҡа эштәр атҡарылды.

Күлдән алыҫ булмаған шәхси секторҙан аҡҡан һыуҙар Ҡашҡаҙандың экологияһына хәүеф янай ине. Төҙөкләндереү барышында күл яры буйлап таҙартыусы экран һәм ағын һыу канализацияһы ҡуйылды. Ул ямғырҙы, шәхси секторҙан аҡҡан һыуҙы йыйып, Маршал Жуков урамындағы коллекторға түгә.

Күл буйын үҙгәртеп ҡороу бер нисә этаптан торҙо. Уның беренсе этабы 2020 йылда старт алғайны. Төҙөүселәр инженер коммуникациялары үткәрҙе, яр буйын ипкә килтерҙе, яңы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртты.

Икенсе этапҡа 2021 йылдың аҙағында тотондолар. Яр һыҙатында металл каркаста ҡарағастан пирстар урынлаштырылды. Паркта амфитеатр, ял зонаһы, балалар һәм спорт майҙансығы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары булдырылды. Күл уртаһындағы заманса музыкаль фонтан төп һыу объекттарының береһенә әйләнде.

Быйыл Рәсәй һәм Ҡала көнөндә яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркында “... тиклем ике аҙым” проекты старт алды.  Ул 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арналды.

Тамашасыларға “Мираҫ” фольклор ансамбле башҡарыуында “Заятүләк һәм Һыуһылыу” халыҡ эпосына таянып әҙерләнгән “Ҡашҡаҙан легендаһы” хореография композицияһы тәҡдим ителде. Һуңынан паркка һауа шарында баш ҡала символы – һыуһар осоп килде һәм күл төбөнә төштө. Өфөләрҙе тантаналы ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде.

Шулай итеп, бында балалары менән әсәйҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Спортсыларға ла уңайлы урындар хәстәрләнгән. Һыу буйында ял итергә яратыусылар ҙа паркты оҡшатты.

Үҙенә күрә рухи көс алыу, ял итеү урынына, иң матур паркка әйләнде Ҡашҡаҙан буйы. Хәҙер ул - йылдың төрлө миҙгелендә үҙенә йәлеп итеп торған сихри урын.

Фотолар: 2gis.ru

ЙЫЛ ПАРКЫ: Ҡашҡаҙанды хәҙер танымаҫһың да!
ЙЫЛ ПАРКЫ: Ҡашҡаҙанды хәҙер танымаҫһың да!
ЙЫЛ ПАРКЫ: Ҡашҡаҙанды хәҙер танымаҫһың да!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: