Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты. Уның ҡушыуы буйынса, Яңы йыл алдынан Башҡортостандан ике баланың хыялын төбәк буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов үтәне.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 14 йәшлек Любовь Климова бала саҡтан авиация менән ҡыҙыҡһына һәм стюардесса булырға хыяллана. Ошо ролдә үҙен һынап ҡарау теләге менән ул Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы сайтына хат яҙа. Һәм тиҙҙән уны әсәһе менән “Өфө” халыҡ-ара аэропортына экскурсияға саҡыралар.
Любаны унда аэровокзалдың эш үҙенсәлектәре менән таныштыралар. Ул хатта сит кешеләргә үтеү тыйылған бүлексәләрҙә лә була: транспорт һәм авиация хәүефһеҙлеге хеҙмәтендә, диспетчер бүлмәһендә, кинология хеҙмәтендә, диктор бүлмәһендә һәм осош һыҙатында.
Ләкин иң сағыу тәьҫораттарҙы ул Боинг-737 пассажир аэробусында ала. Авиацияның тәжрибәле хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ябай булмаған һөнәренең серҙәре менән бүлешә.
Яңы таныштары менән хушлашҡан саҡта Люба бында эшкә киләсәге тураһында белдерә.
Ә бына Өфөнән 13 йәшлек Маша Юферова профессиональ спортсы булырға хыяллана. Етди диагнозы - Даун синдромы - булыуға ҡарамаҫтан, һигеҙ йыл ул тау саңғыһы спорты менән уңышлы шөғөлләнә. Ҡыҙҙың әсәһе Гөлнара Юферова әйтеүенсә, уның ҡыҙы - көслө холоҡло, бик ихлас бала. Маҡсатына ла өлгәшә белә.
Алексей Касьянов йәш спортсының күнекмә мәлен ҡараны һәм уға күптәнге хыялын - тау саңғыларын бүләк итте. Ә уның дуҫтарына, секцияға йөрөүселәргә татлы бүләктәр таратты.
Баш федераль инспектор Машаға һәм әсәһенә әүҙемлектәре, тормош ауырлыҡтарын еңә белгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр теләне.
- “Теләктәр шыршыһы” акцияһы – изге һәм кәрәкле йола. Мәрхәмәтлек беҙҙе изгелеклерәк, ихласыраҡ итә. Был бик мөһим. Кем өсөндөр тылсым тыуҙырырға йыл аҙағына тиклем ваҡыт бар әле, - тине баш федераль инспектор.