Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 23:23

“Беҙ һис тә өркәк түгел”

Улар Яңы йылды ни өсөн ярата?

Баҫмабыҙ, электән килгән матур йола буйынса, Яңы йыл алдынан редакцияла эшләгән Йыл хужалары менән аралашып, уларҙың фекерҙәрен уртаҡлаша. Ҡуян йылында тыуған хеҙмәттәштәребеҙ байтаҡ ҡына булып сыҡты. Улар – мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Яҡшығолова, хаттар бүлеге мөдире Резеда Шәңгәрәева һәм реклама бүлеге мөдире Гөлсирә Сәхиева. Беҙҙең Ҡуяндар үҙҙәренең йылына нисек әҙерләнә, унан нимәләр көтә икән? Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

 

– Һеҙ Көнсығыш йондоҙнамәһенә ышанаһығыҙмы? Теге йәки был йылда тыуғандарҙың холҡонда үҙҙәренең йәнлегенә хас һыҙаттар бар, тигән фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

Гөлдәр:

– Көнсығыш йондоҙнамәһенә артыҡ ышанып етмәйем, дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙыҡһынмайым да. Йыл дауамында, мәҫәлән, шул уҡ Ҡуян йылында, тотош Ер шарында кем генә тыумаҫ. Яҡшыһы ла, яманы ла, тигәндәй... Шуға күрә “бер йылда тыуған кешеләргә ниндәйҙер уртаҡ сифаттар хас” тигән билдәләмәгә бик һаҡ ҡарайым. Әлбиттә, борон замандарҙа бындай йондоҙнамәләр, календарҙар уйлап табыуҙың ғәмәли ихтыяжы ла булғандыр. Әле лә уға ышаныусылар, йондоҙнамәгә таянып киләсәккә уй-ниәттәрен билдәләүселәр, мәҫәлән, ғаилә ҡороусылар бар, әлбиттә.

Резеда:

– Йондоҙнамәгә ышанмайым, ләкин ҡыҙыҡ өсөн уҡып сығам. Яңы йыл байра­мына, йылына ҡарап, билдәле бер төҫтәге кейем һайларға, табынға теге йәки был ризыҡты ҡуйырға кәрәк, тигән ырымдарға ла иғтибар итмәйем. Күңелемә оҡшаған, уңайлы булған күлдәк кейәм, үҙебеҙ ярат­ҡан ризыҡты әҙерләйбеҙ. Йондоҙнамәгә ышанмаһам да, үҙемдең йылым башҡаларға ҡарағанда үҙенсәлеклерәк, уңыштарға байыраҡ булыр һымаҡ.

Гөлсирә:

– Мин дә, Көнсығыш йондоҙнамәһенә бигүк ышанып етмәһәм дә, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына иғтибар итәм. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, боронғолар мөсәлде быуаттар дауамында уңыш алыу өсөн һәм һауа торошона бәйле һынамыштар өсөн ҡулланған.

 

– Ҡуян йылында тыуыуығыҙ тормошоғоҙға йоғонто яһаймы?

Гөлдәр:

– Әлләсе... Йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһын­мағас, аныҡ ҡына әйтә алмайым шул.

Резеда:

– Бер йылда тыуғандар барыһы ла бер холоҡло булмай, әлбиттә. Һәр кеше үҙенсә. Шулай ҙа, бәлки, ниндәйҙер уртаҡ һыҙаттар барҙыр.

Гөлсирә:

– Ҡуян йылында тыуыу тормошома йоғонто яһай, тип әйтә алмайым. Барыһы ла кешенең үҙенән тора.

 

– Һеҙ ниндәй Ҡуян? Был йәнлеккә хас ҡылыҡтар һеҙҙең холоҡта күҙәтеләме?

Гөлдәр:

– Ҡуяндар йомшаҡ ҡына, өркәк кенә йән эйәләре бит инде. Мәҫәлән, йорт ҡуя­нын күрһәң, мотлаҡ тотоп ҡарағы, һый­пап яратҡы килә. Минең дә холҡома тыныслыҡ хас, низағтар яратмайым, һәр сетерекле мәсьәләне килешеп аңлашыу юлы менән хәл итеү яҡлымын. Таныш түгел кешеләргә тиҙ асылып бармайым, әммә үҙемде ҡуян кеүек ҡурҡаҡмын тип әйтмәҫ инем. Булмышыма тәүәккәллек, эске ныҡлыҡ та хас. Был сифаттар йон­доҙнамә буйынса бирелгәндер, тип уйламайым, улар атай-әсәйемдең тәрбиәһе нигеҙендә һалынған һәм тормош тәжрибәм менән нығынған.

Резеда:

– Ҡуянға хас һаҡ булыу сифаты миндә лә барҙыр, тип уйлайым. Кешеләргә артыҡ ышанып бармайым, ләкин үҙем ышанған кешеләр менән бик ихласмын. Ҡуяндың ығы-зығыһыҙ, башҡалар менән бәхәскә кермәй йәшәргә ынтылыу сифаты ла миңә тура килгән һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта үҙемдә ныҡышмаллыҡ бар, ҡуйған маҡсатыма өлгәшергә тырышам.

Гөлсирә:

– Ҡуян – ҡурҡаҡ йәнлек, тиҙәр, әммә был йылда тыуғандарҙы улай тип әйтмәҫ инем. Һаҡ улар, тәүәккәл аҙым яһап бар­майҙар. Тыныс, ихлас, ҡунаҡсыл, бөхтә­лекте, йәмде яраталар. Йомшаҡ һәм етеҙ заттар. Тик хәүеф янаһа, тырнаҡтары үт­кер. Кәрәк саҡта үҙҙәрен яҡларға, һаҡларға һәләтле улар. Үҙҙәренең ояһын, ғаиләһен, үҙ ғүмерен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға әҙер Ҡуян йылында тыуғандар.

 

– Яңы йыл табыны түрендә ниндәй ризыҡ урын аласаҡ? Ғөмүмән, байрамды билдәләүҙә ғаиләгеҙгә хас йолалар бармы?

Гөлдәр:

– Элегерәк, йәш саҡта, Яңы йылды ғаи­лә дуҫтары менән ҡаршылай инек. Та­бын ҡороп ултырғандан һуң, төнгө сәғәт 2-лә, Мәскәү ваҡыты менән Яңы йыл ҡаршыларға тип, ҡаланың Шыршы майҙанына сыға торғайныҡ. Өлкәнәйә бара Яңы йыл мотлаҡ атай-әсәй янында ҡаршылай торған байрамға әйләнде. Баймаҡ, Өфө, Мәскәү ҡалаларынан бары­быҙ ҙа – уларҙың биш балаһы, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре Баймаҡ ра­йонының бәләкәй генә Түбәнге Таулыҡай ауылына ашҡынып ҡайта. Беҙ килеүгә атайыбыҙ, гирлянда уттары яндырып, өй­ҙө биҙәп ҡуя, әсәйебеҙ тәмле бишбар­маҡ, ҡаҙы, тултырма кеүек милли ри­зыҡтар әҙерләй. Бер-беребеҙҙе ҡотлап, бүләктәр бирешәбеҙ, бәләкәстәр шиғыр­ҙар әҙерләй. Оҙайлы ҡышҡы каникулдың бер нисә көнөн ауылда булып, балалар менән тауҙан шыуып, туғандар менән күрешеп үткәреп киләбеҙ.

Резеда:

– Балалар бәләкәй саҡта ҡыҙыҡлы күренештәр күп була торғайны. Ҡыҙҙарым ҙурайғас, Яңы йылдың тылсымы ла кәмене. Элек алдан уҡ әҙерләнә башлай инек. Яңы йылды ҡаршыларға күмәк­лә­шеп ауылға – Миәкә районында йәшәгән атайым менән әсәйем янына ҡайтып төшә инек. Ҡыҙҙарым, алдан сценарий төҙөп, үҙҙәре байрамды алып бара. Ваҡ ҡына бүләктәр оттороп, конкурстар уҙғарабыҙ. Барыһы ла ихлас ҡатнаша һәм береһе лә бүләкһеҙ ҡалмай. Яңы йыл төнөндә ҡағыҙға төрлө теләктәр яҙып, мендәр аҫ­ты­на һалып йоҡлау үҙе бер ҡыҙыҡ йола була торғайны. Иртәнсәк уларҙың береһен тартып сығарабыҙ, ҡулға “эләккән” теләк йыл дауамында тормошҡа аша, тип юрай торғайныҡ. Балаларҙың бәләкәй саҡта Ҡыш бабай менән “хат алышыуҙары” кү­ңелле бер мәл булып иҫтә ҡалған. Яңы йыл етәрәк үҙҙәренең уңыштарын яҙып, ниндәй бүләк көтөүҙәрен белдереп, тәҙ­рәгә хат ҡыҫтыралар. Иртәнсәк тороуҙа­рына уны Ҡыш бабай “алып та киткән” бу­ла. Шунан Ҡыш бабайҙан яуап хаты көтә башлайҙар – иртәнсәк уяналар ҙа йү­герешеп тәҙрәгә килеп ҡарайҙар, хат килгәнме-юҡмы? Килһә, бергәләшеп уҡый­быҙ. Яңы йыл төнөндә шыршы төбөнән бү­ләк эҙләүҙәре лә күңелле була торғайны.

Яңы йыл табынында үҙебеҙ нимә яра­табыҙ, шуны ҡуябыҙ. Әлбиттә, яңылары өҫтәлә, ләкин электән килгән төп ризығыбыҙ – “француз ризығы”. Уны һәр Яңы йыл табынына бешерәбеҙ. Салаттар­ҙан тауыҡ ите менән ананастан әҙерләнгән ризыҡты яратабыҙ. Табынды төрлөһө менән биҙәйбеҙ.

Гөлсирә:

– Ҡуян йәшелсә, емеш-еләк, үлән, кәбеҫтә, кишер яратҡанға күрә өҫтәлдә ошо ризыҡтарҙан торған салаттар әҙерләү хәйерлерәктер тим. Шулай уҡ мотлаҡ рәүештә башҡорт халҡына хас итле, милли аштар ҙа бешерәбеҙ.

 

– Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?

Гөлдәр:

– Иң мөһиме – Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын! Ковид беҙгә һаулыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәткәйне, әлеге хәл-торош тыныслыҡтың ни тиклем изге ҡиммәт икәнен аңлатты. Илебеҙ имен, үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ!

Резеда:

– Үҙебеҙ ҙә һәм яҡындарыбыҙ ҙа иҫән-һау булһын. Тормош байрамдан ғына тормай. Ул ҡуйған ауырлыҡтарға һын­майыҡ, яҡындарыбыҙ менән аралашып, яратҡан эш ярҙамында ҡыйынлыҡтарҙы үткәрә беләйек.Тормоштан ыңғай ғәмәлдәр табырға тырышҡанда, йәшәүе күпкә еңелерәк.

Гөлсирә:

– Ҡуянға хас булғанса, илгә тыныслыҡ килһен, ығы-зығы бөтһөн. Барлыҡ ғаи­ләләр ҙә имен булһын, балалар атайлы үҫһен, һәр кем бары ҡыуаныслы хәбәрҙәр ишетһен. Барыбыҙ ҙа бәхетле булайыҡ.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: