

Ҡуянды күптәр һанға һуҡмай. “Шул да булдымы мал!” – тиеүселәр бихисап. “Бер тинлек ҡуян, биш тинлек зыян”, “ҡуян тиреһе бер йылға ла түҙә” кеүегерәк әйтемдәрҙе лә йыш ишетәбеҙ. Шулай ҙа йорт ҡуянын тотоусылар һаны йылдан-йыл арта. Быны статистика мәғлүмәттәре лә раҫлай.
Баҡһаң, 60-сы йылдар башында ил буйынса ҡуян фермалары һаны 1400-гә тиклем етә. Йылына 56,7 миллион берәмек тире эшкәртелә, 41,2 мең тонна ит етештерелә. Әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында ауыл хужалығының был тармағы тулыһынса юҡҡа сыға. Ҡуяндарҙы шәхси хужалыҡтарҙа ғына тоталар. 2016 йылда үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы малын иҫәпкә алыу һөҙөмтәләренә күҙ һалғанда, республикала 157 мең ҡуян бар, шуның 150 меңе шәхси хужалыҡтарҙа аҫрала.
Бөгөн күптәр ҡуян үрсетеү менән ҡыҙыҡһына. Ысынлап та, йорт хайуанын дөрөҫ тәрбиәләһәң, ҙур табыш алырға мөмкин.
Бала саҡ хыялы
Бала саҡтан йорт ҡуяны үрсетергә хыяллана инем. Бер мәл ике йәнлек алып ҡараным, тик уларҙы ҡарай белмәгәнгә, эшем уңышһыҙ тамамланды, шулай ҙа күңелем һүрелмәне. Шәхси йорт алыу менән, интернет селтәренән төрлө мәғлүмәт йыйып, өйрәнеп, йәнә ҡуян тәрбиәләргә булдым. Уларҙы ҡарарға Алмас улым менән Дилә ҡыҙым ярҙам итте.
Шөкөр, хәҙер ҡуян үрсетеү буйынса байтаҡ тәжрибәм бар, хатта күптәр кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Үҙемдең блогымды асып, шунда ҡуяндар тураһында һөйләйем, фото һәм видеолар һалам. Ҡуян тотҡан тәжрибәлерәк хужалар менән аралашыу, кәңәш уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора был блог.
Ҡуян үрсетә башлау өсөн, тәү сиратта, һәйбәт һәм уңайлы ситлектәр кәрәк. Интернет селтәрендә уларҙы эшләргә өйрәткән мәғлүмәт күп. Беҙ иһә иң ябайынан башланыҡ. Бына нисә йыл инде тәжрибә туплап, хаталарҙы иҫәпкә алып, яңыларын яһайбыҙ. Әсәһенән айырылған балаларын вольерҙа тотам. Уларға биш ай тулғас, енесенә ҡарап, айырым ситлектәргә күсерәм. Унда үҫмерҙәрҙе ҡарауы уңайлыраҡ.
Йорт ҡуяны үрсетергә уйлағандарға эште нимәнән башларға? Эргә-тирәгеҙҙә был йорт хайуанын аҫраған кешеләр булһа, бигерәк тә һәйбәт. Тәүге ҡуяндарҙы уларҙан алырға кәңәш итер инем. Күршеләрегеҙ, бөтә нескәлектәрен өйрәтеп, аңлатып бирер.
Минең фекеремсә, тәү башлағандарға ябайҙарын алыу отошлораҡ, сөнки тоҡомло йорт ҡуяндары етдиерәк иғтибар талап итә. Уларға прививкалар, витаминдар һатып алып, даими рәүештә укол ҡаҙап торорға кәрәк.
Ҡуянды алты айҙан аталандырырға мөмкин. Ул 28 – 32 көндән һуң балалай. Балаларының һаны 5 – 12-гә етеүе ихтимал. Инә ҡуянға ҡараңғы һәм йылы оя хәстәрләү мөһим. Уға мул итеп үлән һалырға һәм һауытында гел генә һыу булыуын тикшереп торорға кәрәк. Балаһы тыуыр алдынан, торған урынын бесән менән тултырып, йүнәтеп ҡуйыу һәйбәт булыр.
Йорт хайуанын ҡурҡытып ҡуймағыҙ. Әлбиттә, ҡулға өйрәнгән ҡуяндар тынысыраҡ була, шулай ҙа балаларын тотоп ҡарауҙан тыйылығыҙ. Ҡайһы саҡта ҡуянды ситлегенән сығарам да мул итеп ашарға бирәм, әҙерәк һарай буйлап йүгерергә рөхсәт итәм. Шул арала инеп, балаларын ҡарайым. Тик ояһын боҙа күрмәгеҙ, был ҡуянға оҡшамаҫ.
Ҡышҡылыҡҡа балалы инә ҡуяндар өсөн бөтнөктән миндек бәйләйем. Ҡайһы ваҡыт ситлегенә инергә кәрәк. Шул саҡта мотлаҡ ошо миндекте һалам. Былай иткәндә, ят еҫ ҡалмай, йорт ҡуяны, бер ни булмағандай, ашарға керешә.
10 көндән бәләкәс шешҡолаҡтарҙың күҙе асыла. Улар яйлап ояһынан сыға, тирә-йүнгә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә. 15 – 20 көндән ашай башлайҙар. Ситлектәрендә тәмле бесән, төрлө ем булыуы шарт.
Ай ярым, ике ай уларҙы әсә һөтөнән өҙмәгеҙ. Тәүҙә беҙ бер ай тулғас та инәләренән айыра инек, тик улар яйыраҡ үҫте, йыш сирләне, шуның өсөн оҙағыраҡ бергә тоторға кәрәк. Бындай ҡуян балалары әллә ни ауырып та бармай, ныҡ булып үҫә.
Нимә ашатырға?
Ҡуян алғас, тәүге мәшәҡәттәр уларҙы ашатыуға ҡайтып ҡала. Эш уңышлы барһын, шешҡолаҡтар ауырымаһын өсөн, тәү сиратта уларҙы һәйбәт туҡландырырға кәрәк.
Был йәнлек көнөнә 500 грамм тирәһе бесән ашай, ул алдында өҙлөкһөҙ булырға тейеш. Шулай уҡ таҙа һыуға ла интекмәһен. Һыуына бысраҡ эләкһә, уны эсмәй. Шуға иртәле-кисле һауытын сайып, таҙа һыу һалып тороғоҙ. Бесән һәм һыу – төп аҙыҡ, әммә ҡуяндар тиҙ үҫһен өсөн, аҙыҡтарын төрләндереү зарур. Арпа, һоло, борсаҡ, кукурузды яратып ашайҙар. Ғөмүмән, баҡсала нимә үҫә, шуны бирергә була, тик сама менән. Мәҫәлән, ҡыҙыл сөгөлдөр уларҙың эсенә тейеүе ихтимал. Ашлыҡ өсөн үҫтерелгән йә шәкәр сөгөлдөрөн дә тәүҙә һаҡ ҡына бирегеҙ. “Ҡуян кәбеҫтә ярата” тигәндәре башҡа һеңгән, ләкин был – яңылыш фекер. Йорт ҡуяндарына кәбеҫтә биреүҙән тыйылырға кәрәк, әҙ-әҙләп кенә япраҡтарын ашатырға мөмкин.
Алдан әйтеп үткәйнем инде: баҡсала үҫкән һәр нәмәне бирергә була. Хатта сүп үләндәрен дә ашатырға ярай, тик йәйгеһен яңы ғына сабылған бесәнде һалмағыҙ, был уларҙың эсенә тейә. Яңы сабылған үләнде ҡояшта киптереп кенә бирергә була. Ҡуяндар алма, кишер, ҡыяр, ҡабаҡтан бер ҡасан да баш тартмаясаҡ. Ә бына картуфты имеҙгән инә хайуандарға бирергә ярамай.
Уларҙы ашатҡанда мин ҡатнаш мал аҙығына өҫтөнлөк бирәм. Баҙарҙа бер тоҡтоң хаҡы 500 – 1000 һум. Был аҙыҡта кәрәкле бөтә ҡушылмалар һәм микроэлементтар бар. Әле генә инәһенән айырылған ҡуяндарға мотлаҡ ошондай аҙыҡ кәрәк. Шунһыҙ улар яй күтәрелә, ауырыуға дусар була. Бер тоҡ ҡуяндарыма ике аҙнаға етә. Бынан тыш, һоло, иген, арпа алам. Был аҙыҡты улар ике аҙнала ашап бөтә. Айына ашатыуға кәм тигәндә биш мең һум китә (миндә әлегә 70-кә яҡын ҡуян бар). Иген ваҡлай торған аппарат алып, төрлө ашлыҡтан, бесән, әрем ҡушып, үҙең ҡатнаш аҙыҡ эшләгәндә, осһоҙораҡ та, файҙалыраҡ та буласаҡ, әлбиттә.
Ҡуяндарҙың тештәре ныҡ. Аҙыҡ-түлектә күҙәнәкле туҡыма етәрлек булһын өсөн, ҡышҡылыҡҡа миндектәр әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн ҡырағай алма, миләш, тал, ҡайын, имән, ҡарағат, ҡурай еләгенең ботаҡтары һәйбәт. Ҡышын улар был миндектәрҙе яратып ашай. Бөтнөк, кесерткән, әрем миндектәре төрлө сирҙән ярҙам итер.
Мин иһә ҡышын ашатыу еңелерәк булһын өсөн, күп итеп топинамбур ултыртам. Был үҫемлек бик уңайлы: ботаҡтарын, япраҡтарын ҡуяндар яратып ашай. Көҙөн уның картуф һымаҡ бүлбеләрен биреп, иткә тип үҫтергәндәрен һимертеү өсөн бик тә ҡулай. Топинамбур баҙҙа ла һәйбәт һаҡлана. Тағы ла кипкән икмәк йәш ҡуяндарҙы үҫтереп ебәреүгә һәйбәт булышлыҡ итә.
Дөрөҫ ашатыу – уңыштың 80 проценты ул. Боҙолған, әсегән, күгәргән аҙыҡ эләкһә, уларҙың ағыуланыуы ихтимал. Шуға ла ҡура таҙа, һауыттары йыуылған булырға тейеш.
Беҙ ҡуяндарҙы көнөнә ни бары ике тапҡыр ашатабыҙ: иртән һәм кис. Гел генә бер үк ваҡытта ашатҡанда, улар ошо тәртипкә өйрәнә.
Сирҙәрҙе дауалау сере бар
Ҡуян аҫрауҙың төп мәшәҡәте уларҙың ауырыуҙарына бәйле. Инәһе бала табып, уларҙы үҫтергәндән һуң, тынысландым ғына тигәндә, ауырыуҙар менән күҙмә-күҙ осрашаһың. Тәүге тапҡыр ике көн эсендә инәһенән әле генә айырылған егермеләгән ҡуян балаһы үлгәс, инде ҡул һелтәрмен, тип төңөлөп тә ҡуйғайным.
Шулай итеп, ҡуян тиҙ үрсей. Әммә талымһыҙ, ашамһаҡ хайуан булһа ла, ауырыуҙарға дусар һәм, уларҙы мәлендә күреп ҡалып, дауаларға кәрәк. Бының өсөн иң беренсе һарайҙа өҫтәл һәм уның өҫтөндә лампа булыуы зарур. Ҡуяндарҙың ҡураһын таҙартҡанда, мотлаҡ малҡайҙы ҡулға алып, аяҡтарын, ҡолағының эсен, арҡаһын һыйпап алам. Был процедураны аҙнаһына бер эшләһәң, хайуандар ҡулға ла өйрәнә, ниндәйҙер яра, ауырыуҙы күреп ҡалыуы ла еңелерәк.
Ауырыуҙарҙы булдырмауҙың иң ышаныслы ысулы – вакцина яһатыу. Укол эшләргә өйрәнеүе ауыр түгел. Миңә был мәлдә улым Алмас ярҙам итә. Ул ҡуянды ҡыҫып ҡосаҡлап тора, мин укол ҡаҙайым.
Ҡуяндар ниндәй йоғошло сирҙәргә тарый һуң? Миксоматоз – ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Күпселек осраҡта хайуандың үлеме менән тамамлана. Төп билдәһе: башы шешә, ҡолағы һәленеп төшә, башының формаһы үҙгәрә, күҙе ҡыҙара. Ҡуян килбәтһеҙ хәлгә инә һәм, бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, үлеп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сир башҡаларға тиҙ йоға, шуға күрә һәләк булған малды күмергә кәрәк, тиреһен алмағыҙ. Был ауырыуға юлыҡһағыҙ, һарайҙы хлор, эзбиз менән дезинфекциялағыҙ.
Геморрагик сир тиҙ үтә. Башта уны ағыуланыу менән бутарға була, сөнки ниндәйҙер аныҡ ҡына билдәләре юҡ. Шулай уҡ күпселек осраҡта үлемгә килтерә. Миксоматоз менән геморрагик ауырыуға ҡаршы вакциналар бар. Уларҙы ҡуяндарға ике ай тулғас эшләргә кәрәк. Бер башҡа 0,5 миллиграмм дозала укол эшләйҙәр. Иммунитет бер йыл буйы һаҡлана. Ҡалаға яҡын йәшәгәндәргә уларҙы ветеринария дарыуханаһында һатып алырға була. Ә ул һеҙҙән алыҫ булһа, ауыл биләмәһе хакимиәтенә беркетелгән ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ. Ул һеҙгә вакцинаны яҙҙырып алып бирер.
Мастит – имеҙгән ҡуяндарҙа йыш осрай торған йоғошло сир. Имеҙә башлау менән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Малҡайҙың елене ҡыҙара, ҡата, эсендә яралар, эренле шештәр барлыҡҡа килә. “Вишневский” майын, “Левомеколь” дарыуын һөртөргә кәрәк. Ҡуян балаларына был ваҡытта һөт эсереп ҡарағыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу шашһа, инә ҡуянды һуйырға тура киләсәк.
Имеҙгән инәгә картуф биреүҙән баш тартығыҙ, тип иҫкәрткәйнем бит. Был иҫкәрмә мастит менән бәйле. Картуфтағы крахмал һөт юлдарына тығылыуы һәм мастит барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ринит – икенсе төрлө әйткәндә, йоғошло тымау. Был ауырыуҙы нисек белергә була? Тәү сиратта, әлбиттә, сөскөрөү-бышҡырыуҙан. Ҡуяндың танауынан шыйыҡса аға, тән температураһы күтәрелә, эсе китә.
Был билдәләрҙе күрһәгеҙ, ауырыу ҡуянды шунда уҡ икенсе бүлмәгә күсереп ябырға кәрәк. Ситлеген хлорлы эзбиз менән эшкәртегеҙ. Сир тыуҙырған матдә асыҡ һауала тиҙ үлә, ә бына тиҙәк менән үләкһәлә өс айға тиклем һаҡлана, шуға күрә уларҙы яндырырға кәрәк.
(Дауамы бар).
Лилиә НУРЕТДИНОВА