-4 °С
Ҡар
Учалы районынан Ринат Шакиров боҙҙан Волгоградтағы "Ватан-әсә саҡыра!" һәйкәленең күсермәһен эшләгән. Был һын ҡала үҙәгендәге Яңы йыл майҙанын биҙәй.
Ошо хаҡта социаль селтәрҙә Учалы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итә. «Был беҙҙең берҙәмлек һәм Еңеү символы булып тора! Шәп килеп сыҡҡан бит!» - тип яҙған район башлығы.
Ринат Шакировтың эше Учалыла боҙ скульптуралары авторҙары араһында уҙғарылған «Тылсымлы боҙ» конкурсында Гран-при яулаған. Афарин, оҫта!
Фото: Руслан Ғиләжетдиновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.