Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһы инде бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй “Теләктәр шыршыһы” акцияһын уҙғара. Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла сараға ҡушылып, өс баланың теләген үтәгән.
– Балаларҙың “Теләктәр шыршыһы”на белдергән хыялдарын үтәп, ҡотлап сыҡтым. Алда яҙғанымса, Белореттан Викаға смарт-сәғәт тапшырҙым, Өфөнән Ростиславҡа Алиса менән дәрес әҙерләһен өсөн — Яндекс.Станция, Өфөнән Аделинаға - ата-әсәләр менән бәйләнешкә инергә ярҙам итәсәк яңы телефон.
Бөтә балалар ҙа мәктәптә уҡый, төрлө эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Ростислав, мәҫәлән, боксҡа йөрөй. Аделина - һүрәт төшөрөү студияһына. Ул һынлы сәнғәт эштәренән портфель туплай.
Виктория ла һүрәт төшөрөргә ярата, беҙ уға ҡунаҡҡа килгәндә буяу менән ихлас шөғөлләнә ине.
Кескәй балаларыбыҙ өсөн тылсымсы булыу мөмкинлеге тыуыуы бик шәп.
“Теләктән шыршыһы” – бөтә илдән балалар ҡатнашҡан, һәр кем хыялдарын тормошҡа ашыра алған ҙур федераль хәйриә сараһы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльвира Ринат ҡыҙы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com