Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 23:06

Мөғжизә бар ул, бар!

Ҡарҙар бәхет инселәне

Сатлама һыуыҡ ҡыштың көслө еле йәшел шыршы ботаҡтарын тегеләй-былай һуҡҡыланы, ап-аҡ ҡарҙар унда-бында осто, уларҙың береһе Зәлифәнең битенә килеп эләкте. Былай ҙа моңһоуланып, илаулап торған ҡыҙҙың күңеленә тағы ла ауырыраҡ булып китте. Ул ҡупшы шыршыға уфтанып ҡарап тора бирҙе лә ҡала ситендәге бәләкәй генә бүлмәһенә табан атланы.

Ҡайтҡас та күңеле тынысланманы ҡыҙҙың, тик бына боҙ кеүек һалҡын мөйөшө йәнә йөрәген әрнетте. Тағы эргә-тирәләге күршеләр Зәлифәнең зитына тейеп Яңы йылды шаулап-гөрләп ҡаршыланы, ә ҡыҙ бәләкәй сағынан яратҡан виноградын, бер аҙ салат ашап мөрхәтһенде. Артабан мөйөштә торған креслоһына ултырып, ниндәйҙер элекке комедияны ҡарай башланы һәм әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

...Төндә күрше-тирәнең ҡысҡырып көлөүенән уянып китте Зәлифә. “Ниңә шул тиклем бәхетһеҙмен икән? Хатта Яңы йыл төнөн йоҡлап үткәргәнмен”, тигән уй йүгерҙе башынан, күҙе йәшкә мансылды. Яңғыҙлыҡ үҙәгенә тамам үткәйне. Төрлө уйҙарға батып ултыра торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте...

Яңы йыл мөғжизә килтерә, тиҙәр. Тик бына көндәр бер-бер артлы уҙһа ла, Зәли­фәнең тормошо ғына яҡшы яҡҡа үҙгәр­мәне. Хатта бер көн эшенән ҡайтып бар­ғанда юлда ап-аҡ бесәйҙе күреп ҡалды ла: “Машинанан тапалып ҡына ҡуйма инде”, – тип уның артынан йүгерҙе һәм, абайламай ҡалып, боҙға тайып йығылды ла иҫен юғалтты. Күҙҙәрен асҡанда эргә­һендә бер егет баҫып тора ине. “Ниңә иғтибарлыраҡ йөрөмәйһегеҙ? Юлдың тайғаҡ икәнен күрмәйһегеҙме? Әйҙәгеҙ, дауаханаға”, – тине ул. ”Юҡ, кәрәкмәй. Барыһы ла һәйбәт”, – тип һөйләнгән ҡыҙҙың һүҙҙәренә иғтибар итмәй, күтәреп алды. Артабан нимә булғанын иҫләмәй Зәлифә, бары дауаханала аңына килде. Табип уға бер нисә көн ятырға, үҙен һаҡларға кәрәклеге хаҡында иҫкәртте. “Коридорҙа һеҙҙе беҙгә килтергән егет көтә. Палатаға инһенме?” – тип һораны табип.

“Йәмил булам мин. Атай-әсәйегеҙгә был хаҡта хәбәр иттегеҙме?” – тип һораны егет. “Атай-әсәйем юҡ шул. Япа-яңғыҙмын, балалар йортонда үҫтем, – тине шым ғына ҡыҙ. – Шуға минең өсөн борсолор бер кем дә юҡ”. Ә егет башын сайҡаны ла уйға батты. “Зәлифә, мин һеҙгә килеп, хәлегеҙҙе белешеп йөрөй аламмы? Тик әлегә минең ашығыс эшем бар ине”, – тине шунан. “Ярай”, – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ҡыҙ. Ә аҙаҡ егет бер сумка тәм-том тейәп килгәйне. Атай-әсәйле ғаиләлә үҫкән, улар ярҙамында белем алған, үҙ эшен асҡан  егет яңғыҙ ҡыҙҙың тормошон йәмләндерергә, йәнләндерергә тырышты. Көн артынан көн үтә торғас, ҡыҙ егетте көтә һәм һағынғанлығын аңланы.

Дауахананан сыҡҡас та осрашты ҡыҙ менән егет. Бер көн Йәмил Зәлифәне ресторанға саҡырҙы. Бик матур ғына барған кеүек ине лә осрашыу, бер мәл өҫтәл эргәһенә таныш булмаған ҡыҙ килеп: “Бына ҡайҙа икәнһең, Йәмил? Шылтыратһам, телефонды ла алмайһың!” – тине. Унан Зәлифәгә төбәлде: “Ә һин кем булаһың? Минең исемем – Румия. Беҙ Йәмил менән ике йыл осрашабыҙ...”

Был хәлдән һуң Йәмил, Румияны ситкә алып китеп, һөйләшә башланылар. Был ваҡытта Зәлифә, үҙенең бында артыҡ икәнлеген аңлап, ресторандан сығып йүгергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

...Ике аҙна үтте. Зәлифәнең тормошо элеккесә барҙы, ҙур булмаған аҙыҡ-түлек магазинында эшләгәндән һуң, бәләкәй бүлмәһенә ҡайтып, йыш ҡына уйға батыр булды, тик хәҙер хатта хыялланырға ла ҡурҡты. Күңелендә бары Йәмил ине, уның йөҙөн, йылмайыуын онота алмай йонсоно, ҡиәфәте күҙ алдынан китмәне.

Бер көн Зәлифәнән икенсе сменаға эшкә сығыуын һоранылар. Сауҙа ҡыҙған, һатып алыусылар күп ваҡыт: баш ҡалҡытырға ла әмәл юҡ. Бер ваҡыт оло йәштәге ирҙең, касса эргәһендә аҙыҡ-түлекте иҫәпләүгә һалып, үҙенә оҙаҡ текләп ҡарауынан тертләп китте, барыһы өсөн түләгәс тә эргәһенән китергә ашыҡманы. Үҙе тәрбиәле генә күренә, матур кейенгән, бөхтә, ипле. Шулай оҙаҡ ҡына баҫып ҡарап торғас, магазиндан сыҡты.

Эшенән ҡайтырға тип урамға йүнәлгән Зәлифә баяғы оло йәштәге ирҙең үҙен көтөүенән тертләп китте. “Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең менән һөйләшкем килә. Шул тиклем төҫкә ҡыҙыма оҡшағанһығыҙ. Ул күптән юғалды”, – тип өндәште ул. “Бик йәл. Ә мин әсәйемде хәтерләмәйем, балалар йортонда үҫтем”, – тип яуапланы ҡыҙ. “Әйҙәгеҙ, анау эскәмйәлә ултырып һөйләшәйек әле, – тип өндәште оло кеше ҡыҙға. – Һеҙ минең ейәнсәрем, тип күңелем һиҙә”. Артабан улар оҙаҡ һөйләште һәм “ДНК эшләргә кәрәк” тигән ҡарарға килделәр.

Эйе, һуңғараҡ, ысынлап та, Зәлифәнең ошо оло кешенең ейәнсәре булыуы, ә уның әсәһенең ҡасандыр ғаиләһенән бер егет менән сығып киткәнлеге, ирҙең ҡыҙын аңламауы һәм туҡтатмауы асыҡланды. “Ниңәлер шул егетте ҡабул итмәнем шул. Ә аҙаҡ барыһына ла төшөнгәс, баламды таба алманым. Бер хата ҡарарым ҡыҙым­дың да, үҙемдең дә тормошомдо емерҙе. Ә ҡатыным ҡыҙыбыҙға туғыҙ йәш тулғанда вафат булды. Мин уны яңғыҙым тәрбиәләй инем. Шуға егете алып киткән ошо ҡалаға Ләйсәнемде эҙләп йыш килдем һәм бына, ниһайәт, һине таптым”, – тине олатаһы.

Зәлифә туған кешеһен осратҡас, үҙен бәхет күгендә йөҙгәндәй тойҙо. Тиҙҙән ул олатаһы эргәһенә икенсе ҡалаға иркен фатирға йәшәргә күсте. Тормошо шулай көйләнгәндәй тойолғайны ла, тик бына күңелен Йәмилдең юҡлығы әрнетте, ниндәйҙер аңлашылмаған бушлыҡ хасил булды.

Бер көн элек йәшәгән ҡалаһына эш буйынса килде Зәлифә. Йомоштарын йомошлағас, үҙәк урамдағы шыршы янына барҙы. Үҙе лә аңламай ине, тик ниңәлер күңеле тап ошо урынға тартылды. “Барыһы өсөн дә рәхмәт, шыршыҡай. Бөтә теләктәремде тормошҡа ашырҙың. Хәҙер йәнә  мөғжизәгә ышанам: минең бына тигән шәп олатайым бар, бик матур урында эшләйем, шәп йәшәйем. Әммә Йәмил генә эргәмдә юҡ. Әйҙә, ул бәхетле булһын һәм ҡайһы саҡта, исмаһам, минең турала иҫләһен”, – тине  лә, уфтанып, шыршы ботаҡтарына тейҙе. Ә унан ап-аҡ ҡарҙар тирә-йүнгә осто. Шул ваҡыт: “Ә мин һине бер ҡасан да онотманым, һәр ваҡыт һине эҙләнем, – тигән тауышты  ишетте ҡыҙ. – Тапмам тигән инем, бөгөн ниңәлер ошонда килергә ниәт иттем. Хәҙер тиккә түгел икәнлеген аңланым. Мин һине ныҡ яратам!” Йәмил Зәлифәне күтәреп алды ла йәшел шыршы тирәләй өйөрөлә башланы...

Был һүҙҙәрҙән, был хәлдән һуң ҡыҙ үҙен бәхет күгендәгеләй һиҙҙе, Яңы йыл мөғжизәһенең барлығына тамам ышанды. Уның бәхетенә ҡыуанғандай, ап-аҡ ҡарҙар ныҡлап яуа башланы, әйтерһең, ул йәштәргә бәхет инселәне...


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: