

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Яңы төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар госпиталенең табип-рентгенологы, ҡабул итеү-диагностика бүлексәһе мөдире Дания Йыһаншина Үзбәкстанда тыуып үҫһә лә, уның артабанғы яҙмышы Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын уңышлы тамамлағандан һуң, бер йыл Нур терапияһы һәм диагностика кафедраһында интернатура үтә. Баш ҡала дауаханалары һәм поликлиникаларының онкология бүлексәләрендә эшләп, мул тәжрибә туплай. Уҡыған осорҙа бер нисә йыл дауамында акушер-гинеколог булырға, ҡатын-ҡыҙ һәм бала һаулығы һағында торорға хыялланған ҡыҙ ни өсөн яҙмышын ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар иткән?
– Дания Ғәйнелғаян ҡыҙы, педиатрия, акушер-гинекология өлкәләрен ситтә ҡалдырып тороп, тағы ла ҡатмарлыраҡ белгеслекте һайлауығыҙға үкенгәнегеҙ булманымы?
– Студент саҡтан акушер-гинеколог булыу, сабыйҙар, әсәләр сәләмәтлеген хәстәрләү, уларға ярҙам итеү теләге менән яндым. Шул осорҙа медицина тармағында заманса ультратауыш аппараттары күренә башланы, яңы йүнәлеш – нур терапияһы һәм диагностика үҫеште. Замандан артта ҡалған көсһөҙ ультратауыш ҡорамалдары урынына яңылары килде. Белгестәр яңы мәғлүмәткә ныҡ һыуһағайны, йәштәр алдында эҙләнеү, белем алыу өсөн өр-яңы офоҡтар асылды. Уҡытыусыларымдың береһе ошо йүнәлеште һайлауымды теләне. Икеләнеүемде еңеп, ғүмеремде табип-рентгенолог хеҙмәте менән бәйләргә булдым һәм һис тә үкенмәйем. Баш ҡалалағы онкология бүлексәләре булған байтаҡ дауаханаларҙа эшләп, арҙаҡлы, танылған шәхестәр менән аралашырға, мул тәжрибә тупларға насип булды. Эшемдән һис тә күңелем ҡайтманы, киреһенсә, күберәк белеү, мәғлүмәтле булыу теләге алға әйҙәне.
– Киләһе йыл һеҙҙең өсөн көтөлмәгән уңыштар вәғәҙәләй, ни өсөн тигәндә, Ҡуян йылында тыуғандар өсөн ул икеләтә ырыҫлы буласаҡ, тип күҙаллай астрологтар...
– Йылдың барыбыҙ өсөн дә уңышлы, бәхетле булыуын теләйем. Йыл хужаһы үҙенең йомшаҡ яғы – бер аҙ “ҡурҡаҡлығы”, баҙнатһыҙлығы өҫтөндә эшләр, икеләнеүҙәрен еңер, тип уйлайым. Хәйер, мин үҙемдә бындай һыҙаттарҙы күрмәйем, ғүмер барышында бер нисә ҡаланы, эш урындарын алмаштырырға, яңы коллективтарға яраҡлашырға, булдыҡлыҡты раҫларға тура килде, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңел үттем. Диплом алыу менән әсәйем янына яҡыныраҡ булыу өсөн Мәләүезгә эшкә ҡайттым, Өфөлә ике йыл клиник ординатура үттем, биш йыл Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында эшләнем. Ни өсөн Стәрлетамаҡҡа күсеп киттегеҙ, тиһегеҙме? Сәбәбе ябай – унда фатирға хаҡтар, баш ҡалалағы менән сағыштырғанда, осһоҙораҡ ине. Был ҡаланы ла үҙ иттем, бында йәшәү уңайлыраҡ, тынысыраҡ тойолдо. Ошонда иптәшем менән ғаилә ҡорҙоҡ, улым Йәлил донъяға килде – минең өсөн Стәрлетамаҡтан да яҡшыраҡ, матурыраҡ, яҡыныраҡ ҡала юҡ.
– Пандемия осоронда һеҙ фронттың алғы һыҙығында булдығыҙ. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға нимә ярҙам итте?
– Яңы госпиталь төҙөлөп бөтөү менән унда эшләргә ҡушҡуллап риза булдым. Шунда уҡ бүлексә мөдире итеп ҡуйҙылар. Дауаханала эшләү, поликлиникалағы эш менән сағыштырғанда, белгес өсөн күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, мәғлүмәтлерәк. Пациентҡа ярҙам итә алыуыңдан ҡәнәғәтлек кисерәһең, эш һөҙөмтәһен күрәһең. Ҡабул итеү – диагностика бүлексәһенең лаборатория, рентген, компьютер томографы, ЭКГ (электрокардиограмма), ФГДС (фиброгастродуоденоскопия) һәм башҡа тикшереү сылбырында һинең хеҙмәтең дә мөһим урын алып тора, был ифрат ҙур яуаплылыҡ. Тәүлегенә 100-150 пациентты ҡабул итеп, арманһыҙ булып арыһаҡ та, эшебеҙҙән биҙмәнек, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сыҡтыҡ. Йәйге селләлә ябыҡ, тын алғыһыҙ костюмда нисек эшләгәнбеҙҙер... Кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәнек, эҙләнек, таптыҡ. Хөкүмәткә рәхмәт, шундай ҡатмарлы мәлдә бөтә тейешле дарыуҙар, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә алды. Әле лә ковид бер ҡайҙа ла китмәгән, тик ул хәҙер аҙыраҡ һәм еңелерәк үтә, госпиталгә көнөнә 20-25 ауырыу килә. Стәрлетамаҡтан тыш, тағы биш район халҡын хеҙмәтләндерәбеҙ. Вирус бер аҙ көсһөҙләнде кеүек, бәлки, вакцина ҡаҙатыу шулай ыңғай йоғонто яһай торғандыр.
– Һеҙ “үҙемде башҡа профессияла күрә алмайым” тиһегеҙ. Ә һөнәр һайлауҙа һеҙгә кем юл күрһәтте?
– Беҙҙең туған-ырыу араһында медицина хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй юҡ. Әсәйем – бухгалтер, атайым – төҙөүсе, кемдер – финансист йә эшҡыуар... Бәлки, шуғалыр ҙа әсәйем минең табип булыуымды бик теләгәндер, халыҡ араһында абруйлы, әһәмиәтле һөнәр, кәрәге тейер, тип уйлағандыр. Ғөмүмән, ошондай маҡтаулы, кешеләргә файҙа килтерерлек һөнәрем, татыу ғаиләм, берҙәм курсташтарым булыуы менән үҙемде бәхетле тоям. Беҙ, 150 студент, университетты бергә тамамлап, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә таралдыҡ. Һис тә айырылышмаған кеүекбеҙ, көн һайын тигәндәй чатта аралашабыҙ, ниндәйҙер мәсьәлә килеп тыуһа, уны биш минут эсендә хәл итәбеҙ.
– Йондоҙнамәгә ышанмаһаң да ышанырһың. Ҡуяндың “ҡурҡаҡ” йән эйәһе тигән даны сыҡҡанлыҡтан, киләһе йылда үҙеңдән уңышты өркөтмәү өсөн бөтәһен дә алдан әҙерләргә, йылды дөрөҫ ҡаршыларға кәрәк, тип кәңәш бирә астрологтар. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан бурысҡа аҡса бирергә ярамай, имеш. Ә янсығығыҙға эре купюраларҙы һалып ҡуйһағыҙ, улар 12 ай буйы һеҙгә үҙҙәре яуып торасаҡ. Нужа кисергең килмәһә, байрамды ҡаршылар алдынан аяҡ кейемеңде ремонтлама, яҙмышыңды боҙғоң килмәһә, сит кешенең итеген кейеп ҡарама... Ә һеҙ ырымдарға ышанаһығыҙмы?
– Яңы йылда беҙ һәр саҡ ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ, теләктәр теләйбеҙ, ырымдарға ышанабыҙ. Минеңсә, башыңдағы уйҙарҙың дөрөҫ булыуы – иң мөһиме, шул саҡта һеҙ аңлы рәүештә маҡсатығыҙға табан ынтыласаҡһығыҙ. Яңы йылды ғаиләң менән йылы мөхиттә ҡаршыларға кәрәклегенә, әлбиттә, ышанам. Барығыҙға ла сыуаҡ көндәр, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Динә АРЫҪЛАНОВА