Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 17:59

Тәмле лә, зауыҡлы ла

Өҫтәлдәр ниғмәттән һығылһын.

Талантлы шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева – бик оҫта хужабикә лә. Ул әҙерләгән тел йоторлоҡ ризыҡтары, зауыҡ менән биҙәлгән өҫтәлдәре тураһында легендалар йөрөй тиһәң, һис арттырыу булмаҫ, моғайын. Ул милли аштарҙы ла, ятыраҡ, сит ил ризыҡтарын да әҙерләргә ярата. Бөгөн байрам табынына унан бик үҙенсәлекле бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. 

 

Ҡунаҡтарығыҙға мотлаҡ оҡшаясаҡ!

 

Рукколаны тәрилкәгә йәйәбеҙ. Өҫтөнә манго турайбыҙ. Ныҡ ваҡламай ғына авокадоны киҫкеләп һалабыҙ. Өҫтөнә бальзамлы соус  һәм зәйтүн майы һипкәс, алдан ике-өс минут ҡайнатып алып, ҡабығынан таҙартылған креветкаларҙы матур итеп теҙәбеҙ. Черри томаттары менән биҙәйбеҙ.

Был салат тәмле генә түгел, өҫтәл йәме лә! Ул ҡунаҡтарығыҙҙың һушын аласаҡ!

 

Өҫтәл йәме

 

Башта һуғанды ваҡлап турап, ҡайнар һыуҙа 10 минут тотабыҙ. Бешереп әрселгән картуфты ҡырғыста үткәреп һалғас, өҫтөнә һуған, уның артынса майонез йәйәбеҙ. Өсөнсө ҡатламға ҡырғыста үткәрелгән ветчина япҡас, тағы майонез һөртәбеҙ. Дүртенсе ҡатламға ҡырғыста үткәрелгән йәшел алмаға лимон һуты ҡушып һалабыҙ. Уны ҡырылған йомортҡа ҡатламы менән ҡаплайбыҙ. Тағы майонез һөртәбеҙ. Уртаға туралған ананас һалабыҙ ҙа тағы алма ҡатламын йәйәбеҙ. Уны йомортҡа ҡатламы менән ябабыҙ. Түмәләскә йомортҡа һарыһы һипкәс, майонездан сатраштар эшләйбеҙ. Сатраш эсенә әстрхан сәтләүеге теҙәбеҙ. Ананас формаһындағы салат осона йәшел һуғандан япраҡтар эшләйбеҙ.

Был да өҫтәл йәме булырлыҡ салат. Уны бер урынға ҙур итеп эшләргә була. Ҡунаҡтар, уны йөрөтөп, тәрилкәләргә һалып ала.

 

Ябай салат

 

Өсөнсө салат ябай ғына. Ҡытай кәбеҫтәһен ваҡлап киҫеп, өҫтөнә быҡтырылған тауыҡ итен турайбыҙ. Ҡыҙыл һуғанды балдаҡлап турап төшөрәбеҙ. Ҡыярҙы эре итеп телеп һалабыҙ ҙа килеп сыҡҡан массаны майонез менән бутағас, өҫтөнә сырлы сохарый һибәбеҙ.

 

Күрер күҙгә байрам

 

Өйрәкте үҙенсәлекле генә итеп табынға бирергә була. Табаҡҡа йылымыс һыу ҡойоп, бер әфлисун һутын һығабыҙ, бер ҡалаҡ тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. Өйрәкте 12 сәғәткә шул һыуҙа ҡалдырабыҙ. Соя соусына зәйтүн майы, паприка, кари, тоҙ, ике ҡалаҡ бал һалып бутап, тышына һәм эсенә һөртөп сығабыҙ. Эсенә йәшел алма, әфлисун тултырғас, уны шпажкалар менән ҡыҫтырабыҙ. Башта пергамент ҡағыҙына, аҙаҡ фольгаға урап, ҡыҙыу мейескә ҡуябыҙ. Сәғәт ярым бешкәс, өйрәкте ҡағыҙҙан алып, тышына ҡалған соусты һөртөп, тағы 20-30 минутҡа мейескә тығабыҙ. Ризыҡ шундай һутлы һәм ауыҙҙа иреп торған булып бешеп сыға. Өйрәк ҡуйыласаҡ тәрилкәгә йәшел салат япраҡтары йәйеп, эргәһенә әфлисун киҫәктәрен һалып сыҡһаң, күрер күҙгә байрам ғына була!

 

Күтәренке кәйеф теләйем!

 

Табынға шулай уҡ брускетталар ҙа йәм өҫтәй. Тостерҙа йәки ҡыҙған табала киптерелгән батон телемдәре өҫтөнә авокадо һәм эремсекле сырҙан яһалған массаны йәйәбеҙ. Тоҙланған семга балығы телемен һалып, йәшел тәмләткес үлән менән биҙәйбеҙ.

Аҙыҡты бешергәндә мотлаҡ күтәренке кәйефтә булырға кәрәк. Ниндәй ҡунаҡ килеүенә ҡарап та уңа ризыҡ. Өҫтәлгә йәйелгән ашъяулыҡ та, һәр ҡунаҡҡа бирелгән салфеткалар ҙа алдан уйланылған булырға тейеш. Тарелка ла, ҡалаҡтар ҙа бер иш кенә булып, уларҙың таҙа, ялтырап тороуынан күңел күтәрелә.

Табынға ҡуйылған һут һәм компотты ла туңдырылған емештәрҙән үҙем яһағанды хуп күрәм.

Яңы йыл ҡотло килһен, өҫтәл­дәрегеҙ ниғмәттәрҙән һығылып торһон, үҙегеҙгә сәләмәтлек, күтәренке кәйеф теләйем.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас