Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 14:00

Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы Ирҙәр советы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкләгән гуманитар ылау тәғәйен урынға барып етте.

Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды

Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте “Луганск балалары өсөн Яңы йыл бүләктәре” хәйриә акцияһын ойошторҙо. Республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Красный Луч ҡалаһындағы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәп уҡыусыларына һәм уҡытыусылар коллективына бүләктәр туплап оҙатты.

Сафа Хүзәм улы Хәсәнов Стәрлебаш районында тыуған. Гвардия өлкән лейтенанты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында миномет взводы командиры була.

Аҡса йыйыуҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзалары, Стәрлебаш районының гүзәл заттары, Ишембай районының "Беҙ бергә" ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙем ҡатнашты. Өфө мәктәптәре уҡыусылары тиҫтерҙәренә ҡотлау хаттары яҙҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина акцияла ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә рәхмәт белдерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы Ирҙәр советы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкләгән гуманитар автоколонна йөктө тәғәйен урынға алып барып тапшырҙы.

Фото: vk.com.

Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Бүләктәр Луганск балаларына тапшырылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: