

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙған.
"Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү эҙмә-эҙлекле бара. 2019 йылдан алып беҙҙә адреслы программа эшләй. Уны дүрт этапта тормошҡа ашырабыҙ".
Андрей Назаров әйтеүенсә, граждандарҙы күсергәндә уларға уңайлы торлаҡ бирелә йәки аҡсалата түләү ҡаралған. Ошо программаны тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Дүрт йыл эсендә 6500 гражданды күсергәндәр, ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡаралғандан тыш, күрһәткесте 1,5 тапҡырға арттырып үтәгәндәр.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.