Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 13:00

Ирекмәндәр ҡар таҙартыуҙа ярҙам итә

"Эште башҡарыу өсөн беҙгә көрәк һәм теләк кенә кәрәк", – ти ирекмән.

Ирекмәндәр ҡар таҙартыуҙа ярҙам итә
Ирекмәндәр ҡар таҙартыуҙа ярҙам итә

Көслө ҡар яуыу сәбәпле, Благовещен районы халҡынан М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына ихаталарында ҡарҙы таҙартыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр йышайған. Бындай ғаризалар оло йәштәгеләрҙән, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренән килә.

Шулай итеп, әүҙемселәр Благовещен районының почетлы гражданы Валентин Бажинға ярҙам иткән - өйгә юлды таҙартҡан, ҡом һипкән. Хужабикә ирекмәндәргә рәхмәт белдереп, изге теләктәрен еткерҙе.

– Эште башҡарыу һәм кешегә ярҙам итеү өсөн беҙгә көрәк һәм теләк тә етте, – ти ирекмән Иван Кутьин.

Айнур Назаров һәм Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Благовещен филиалының ирекмән студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә маҡсатлы ярҙам күрһәтә. Улар ихаталағы ҡарҙы көрәп, гаражға юлды таҙартты.

“Берҙәм Рәсәй” партия ағзалары һәм әүҙемселәр ярҙам сараларын беренсе тапҡыр ғына ойоштормай. Бындай ғәмәлдәр кешеләрҙә бурыс, хәстәрлек, ихтирам һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.

“Ярҙамға мохтаждарға ихлас ярҙам итәбеҙ. Иң мөһиме – беҙ уларҙы  иғтибарҙан ҡалдырмайбыҙ. Беҙ кешеләргә ярҙам итеп кенә ҡалмайбыҙ, башҡарылған эштәрҙән һәм яҡташтарыбыҙ менән аралашыуҙан бик күп ыңғай тойғолар алабыҙ, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының Благовещен районындағы бүлексәһе башҡарма секретары Людмила Осинская.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.

Штаб махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Тәүге сиратта кәрәкле әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта булышлыҡ итәсәктәр.

 М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас