Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 22:30

Көрәш буйынса турнир ҙа үтер!

Радий Хәбиров ДХР Башлығы Денис Пушилин менән осрашты.

Көрәш буйынса турнир ҙа үтер!
Көрәш буйынса турнир ҙа үтер!

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашты. Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен һәм йүнәлештәрен тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы Донецк Халыҡ Республикаһы менән Рәсәй төбәге булараҡ килешеүҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү өҫтөнлөктәрен нығытырға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның нигеҙендә – 2022 йылдың 20 мартында Донецкиҙа республикалар етәкселәре Радий Хәбиров һәм Денис Пушилин ҡул ҡуйған Башҡортостан һәм Донецк Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында коммюнике. Был документҡа ярашлы, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе, ғилми-техник хеҙмәттәшлекте нығытыу, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә бәйләнештәрҙе үҫтереү эштең төп йүнәлештәре булып тора.

Бынан тыш, яҡтар Башҡортостан һәм Донецк республикалары Башлыҡтары приздарына йыл һайын Өфөлә йәки Донецк ҡалаларында көрәш буйынса берлектәге турнир ойоштороу тураһында һөйләшеп килеште.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: