-11 °С
Болотло
Яңы йыл байрамын һәр кем көтөп ала, шул иҫәптән "Майикмәк" Илсур Ильясов та. Үҙ өйөндәге бейеүен бер аҙ туҡтатып, беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ Баймаҡ телевидениеһына ҡунаҡҡа килгән һәм республика халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлаған.
"Яңы йылда донъялағы низағтар тамамланһын, ир-егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына, ғаиләһенә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!" - тигән теләктә ул.
Ысынлап та, Яңы йыл һәр беребеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен. Донъялар имен булһын!
Видео: Баймаҡ ТВ