Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 20:45

Радий Хәбиров Леонид Пасечник менән осрашты

Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһын күп нәмә берләштерә.

Радий Хәбиров Леонид Пасечник менән осрашты
Радий Хәбиров Леонид Пасечник менән осрашты

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм ЛХР-ҙың тораҡ пункттарын тергеҙеүгә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре.

Башҡортостан Башлығы республиканың Донбасстың социаль объекттарын ремонтлау һәм урындағы халыҡҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән үҙенә алған йөкләмәләрен раҫланы.

– Беҙ оҙаҡ йылдар һеҙҙең менән дуҫбыҙ, үҙ-ара килешеп эш итәбеҙ, Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүсе кешеләргә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ. Беҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә ынтылабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ҡатмарлы осор кисерәһегеҙ, инфраструктураны тергеҙергә кәрәк. Беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алған бөтә йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ, шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһындағы 46 объектты ремонтланыҡ. Бөгөн һеҙҙең менән киләһе йылға пландар тураһында уйланырға теләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы хеҙмәттәшлек тураһында яңыртылған килешеүҙә берлектәге эштең өҫтөнлөктәрен һәм йүнәлештәрен нығытырға тәҡдим итте.

– Беҙ һеҙҙең менән бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ юл картаһын әҙерләнек. Хәҙер – Рәсәй Федерацияһы субъектыһығыҙ, быға бик шатбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе этапҡа күсергә һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү буйынса эш башларға тәҡдим итәм. Төбәктәребеҙ араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереүҙең ҙур иҡтисади потенциалы бар тип ышанам.

Башҡортостан Донбасста йәшәгәндәргә һәм Ватанды һаҡлаусы хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү өсөн гуманитар конвойҙар булдырыуҙы дауам итә, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Республика шулай уҡ ЛХР-ҙан балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу өсөн ҡабул итергә әҙер.

– Беҙ, һис шикһеҙ, социаль, гуманитар һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ. Красный Луч ҡалаһында табиптарыбыҙҙың туғыҙынсы бригадаһы эшләп килә. Медицина белгестәренә ҙур ихтыяж булыуын күрәбеҙ, шуға күрә уларҙы һеҙгә ебәреүҙе дауам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ шулай уҡ ике логистик үҙәк ойошторҙоҡ – республикабыҙҙа һәм һеҙҙең биләмәлә. Был беҙҙән гуманитар йөктәр даими килеп етһен өсөн кәрәк. Республика Донбассҡа гуманитар ярҙам менән бөтәһе 33 колонна оҙатты. Бер өлөшө – Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүселәргә, ә бер өлөшө махсус хәрби операция сиктәрендә үҙ бурыстарын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә бара. Һүҙ тәү сиратта Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальондары хаҡында бара.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ЛХР делегацияһын перспективалы уртаҡ проекттар өсөн аныҡ йүнәлештәрҙе билдәләү маҡсатында төбәккә бизнес-миссия менән килергә саҡырҙы.

Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы Леонид Пасечник Башҡортостан етәкселегенә гуманитар ярҙамы һәм тораҡ пункттарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан делегацияһын Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙе онотмауығыҙ өсөн бик шатбыҙ. Республикабыҙ Рәсәй Федерацияһы составына инде, әммә республика биләмәһендә барған хәрби хәрәкәттәр арҡаһында төбәктәге иҡтисади һәм социаль-сәйәси хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле, – тине Леонид Пасечник. – Үткән йылдарҙа ла социаль инфраструктураны үҫтереүгә тейешле иғтибар бирелмәне. Шуға күрә Красный Луч биҫтәһендәге объекттарҙы тергеҙеү буйынса башҡарылған эш өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Кешеләр ауыр һәм ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа эшләне, ләкин бурыстарын үтәне. Беҙ ҙә һәр ваҡыт Башҡортостанға ярҙам итергә әҙер. Бөгөн иңгә-иң терәп фронттарҙа һуғышабыҙ, махсус хәрби операция бурыстарын үтәйбеҙ. Был беҙҙе берләштерә һәм көслөрәк итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: