Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 21:45

Радий Хәбиров - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәптә

"Ошо мәлдән беҙ тағы ла яҡыныраҡ булып, бер-беребеҙгә күберәк ярҙам итербеҙ, тип уйлайым".

Радий Хәбиров - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәптә
Радий Хәбиров - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәптә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се урта мәктәптә булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың йәйендә Радий Хәбировтың башланғысы буйынса Башҡортостан төҙөүселәре мәктәп бинаһын ремонтланы. 1 сентябргә улар фасадын һәм эске биҙәү эштәрен яңыртты, тәҙрәләрҙе алмаштырҙы, йылытыу һәм электр менән тәьмин итеүҙе тәртипкә килтерҙе, эргә-тирәһен төҙөкләндерҙе. Республика шулай уҡ мебель һәм уҡыу өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙа ярҙам итте.

Төбәк етәксеһе мәктәп биналарын ҡарап сыҡты һәм башҡарылған эштәрҙең сифатын билдәләне. Башҡортостан Башлығы уҡытыусылар, уҡыусылар менән аралашты, уларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы.

– Быйылғы уҡыу йылынан яңыртылған мәктәптә шөғөлләнеүегеҙгә бик шатбыҙ. Был беҙҙең күп йыллыҡ дуҫлығыбыҙ, башҡорт халҡының улы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә йылы мөнәсәбәтегеҙ өсөн бөтә Башҡортостандан рәхмәт билдәһе. Был беҙҙең өсөн бик ҡиммәт. Алдығыҙҙа баш эйәм. Һеҙгә ҙур рәхмәт! – тине Радий Хәбиров. – Уҡытыусылар коллективы менән тәүгә осрашмайым. Бөгөн дә балаларға мөрәжәғәт иткем килә. 30 сентябрь һеҙҙең тормошоғоҙҙо ла, йәшәү рәүешегеҙҙе лә үҙгәртте. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән – ҙур бер ил. Һәм был илдә һеҙҙең өсөн дуҫ Башҡортостан бар. Ә Луганск Халыҡ Республикаһы – беҙҙең изге дуҫыбыҙ. Ошо мәлдән беҙ тағы ла яҡыныраҡ булып, бер-беребеҙгә күберәк ярҙам итербеҙ, тип уйлайым.

Башҡортостан ЛХР уҡыу йорттары менән үҙ-ара әүҙем эшләргә, тәжрибә уртаҡлашырға, ял итеү, һауыҡтырыу өсөн балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итергә әҙер, тип билдәләне республика Башлығы.

– Хөрмәтле уҡытыусылар, беҙ һеҙҙе һәр саҡ көтәбеҙ. Һеҙҙең менән уҡытыу методикаһы менән алмашырға теләйбеҙ, төрлө дисциплиналарҙы уҡытыуҙы ойоштороуҙа булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына шундай йөкләмә бирелде, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республикала юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар өсөн яҡшы юғары уҡыу йорттары бар. Бынан тыш, былтыр йәй беҙҙә ЛХР-ҙан 1,5 мең бала ял итте. Был эште дауам итергә әҙербеҙ – ғаризалар ебәрегеҙ.

Осрашыу һуңында төбәк етәксеһе уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

– Һәр берегеҙгә тыныслыҡ, изгелек, именлек теләйем. Ил Президенты ҡарарының дөрөҫлөгөнә ныҡлы ышанабыҙ. Күмәкләп барлыҡ ҡайғыларҙы еңеп сығырбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылда ла һеҙҙең менән осрашыуыбыҙҙы, эшләүебеҙҙе, аралашыуыбыҙҙы, дуҫлашыуыбыҙҙы теләйем. Тағы ла бер ҡат ҡабатлайым – үҙегеҙ өсөн Рәсәйҙе асығыҙ. Хәҙер был һеҙҙең дә илегеҙ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: