Ололарға ни кәрәк инде: йылы һүҙ һәм изге эштәр булһа, шул етә.
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Яңы йыл алдынан район социаль хеҙмәткәрҙәренең Ҡыш бабай кейемендә оло йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотлауҙары һәм йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итеүҙәре хаҡында белдерә.
Ҡыш бабай утын ташыған, һыу алып ингән һәм ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартҡан. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, өлкәндәр һәм яңғыҙ йәшәүселәр айырыуса Ҡыш бабайҙың изге эштәренә ҡыуанған.
Әйткәндәй, Ҡарһылыу ҙа инәйҙәрҙең йорт эштәрендә булышлыҡ иткән.
Фото: Дамир Мостафиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.