Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова балаларҙың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итте: ул “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашты.
Дәүләкән районынан 13 йәшлек Иллиана Мәскәүгә барырға һәм Третьяков галереяһын, зоопаркты күрергә хыяллана. Хәҙер уның хыялы тормошҡа ашасаҡ.
Өфөнән ете йәшлек Полина синтезаторҙа уйнарға өйрәнергә теләгән. Наталья Орлова уға яңы музыка ҡоралы бүләк итте.
Өфө районынан Илья хоккей ярата, “Салауат Юлаев” командаһының бөтә хоккейсыларын белә, үҙе лә конькиҙа шыуырға хыяллана. Хәҙер яңы хоккей ҡорамалдары ярҙамында был мөмкин буласаҡ.
Өфө районынан Андрей бүләккә “LEGO” конструкторы алды. 12 йәшлек Асҡар йөҙөү, йүгереү, велосипедта йөрөү менән шөғөлләнә. Ул ҡыш велосипедта йөрөүен дауам итһен өсөн, Наталья Орлова малайға велосипед тренажеры бүләк итте.
Бынан тыш, депутат мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең балалары өсөн уҙғарылған Яңы йыл тамашаһында ҡатнашып, уларға бүләктәр тапшырҙы.
"Беҙгә балаларға ла, уларҙың әсәләренә лә ярҙам итеү бик мөһим. Хәҙер барыһы ла иғтибарға айырыуса мохтаж. Улар атайҙарын, ирҙәрен бик ныҡ көтә. Байрам бындай ғаиләләрҙе урап үтергә тейеш түгел. Яңы йылды һәр кем ярата, мөғжизә көтә. Һәм беҙ ошондай ғаиләләргә байрам мөғжизәһе булдырырға тырыштыҡ", — тине Наталья Орлова.
Депутат шулай уҡ мәжбүри күсеп килгән балаларға ла Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы - улар ваҡытлыса йәшәү үҙәгендә урынлашҡан.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".