Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2022, 07:00

Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын

“Һәр бүләккә бар күңел йылыбыҙҙы һалдыҡ, һәр Яңы йыл сумкаһын хеҙмәттәштәребеҙ үҙ ҡулдары менән текте".

Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын
Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы менән Башҡортостан Республикаһыдағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге Луганск Халыҡ Республикаһындағы хеҙмәттәштәренең йөҙҙәрсә балаһына бүләктәр әҙерләп ебәргән.

“Һәр бүләккә бар күңел йылыбыҙҙы һалдыҡ, сөнки һәр Яңы йыл сумкаһын хеҙмәттәштәребеҙ үҙ ҡулдары менән текте. Адресаттарына бүләктәр тапшырылған да инде. Бәхет һәр йортта булһын”, – тип яҙған Телеграм-каналда Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре.

Мәғлүм булыуынса, Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Луганск Халыҡ Республикаһында, Донецк Халыҡ Республикаһында, Запорожье өлкәһендә, Херсон өлкәһендә яңы территориаль идаралыҡтарын булдырҙы.

Фото: скриншот.

Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын
Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын
Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын
Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын
Өйҙәрҙә тылсым һәм шатлыҡ булһын
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас