Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2022, 11:00

"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы

Хәрби-патриотик парк "Геройҙар уҙышы" трассаһы менән дә дан тота.

"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы

Башҡортостанда, атап әйткәндә, Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһы биләмәһендә, элек торған хәрби часть урынында хәрби-илһөйәрлек йүнәлешендәге "Патриот" паркының беренсе өлөшө асылғанға ла ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Парк нимәһе менән әһәмиәтле, йәғни уны асыуҙың маҡсаты ниндәй, тигән һорауға яуап бирер өсөн "Патриот"тың дөйөм ил кимәлендәге тарихына күҙ һалмау мөмкин түгел.

Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби-илһөйәрлек йүнәлешендәге "Патриот" мәҙәни-ял паркы тигән тәүге "ҡарлуғас", йәғни иң төп парк, Мәскәү өлкәһенең Одинцово районында урынлашҡан. Рәсми рәүештә  2015 йылдың 16 июнендә асылды. Биш меңдән ашыу гектар майҙанды биләп торған был парк бөгөнгә Мәскәү янында халыҡ иң күп йөрөгән урындарҙың береһенә әйләнгән.

Әле бында "Партизан ауылы" хәрби-тарихи комплексы, Хәрби-тактик уйындар үҙәге, Күп функциялы ут үҙәге, 1-се музей майҙансығы, Конгресс-күргәҙмә үҙәге, Парктың филиалы – "Бронетанк ҡоралы һәм техникаһының үҙәк музейы" эшләй, халыҡ бында Ватаныбыҙ Ҡораллы көтәренең тарихын белергә һәм бөгөнгөһө менән танышырға теләп күпләп йөрөй. "Патриот" паркы гражданлыҡ тойғоһон үҫтереүгә, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүҙең күркәм өлгөһө менән таныштырыуға, Тыуған илгә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Шул яғы менән ул, һис шикһеҙ, бик урынлы һәм кәрәкле, мөһим объект булып тора.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил төбәктәре етәкселәре алдына шундай бурыс ҡуйҙы: 2024 йылға ҡәҙәр бындай үҙәктәр һәр субъектта төҙөлөргә тейеш. Бындай парктар илдең бер нисә төбәгендә асылған да инде. Беҙҙең республикала ла “Патриот” эшләй башлағанға арыу ғына ваҡыт үтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, был үҙәктәрҙе асыуҙың төп маҡсаты – йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, әрме сафында хеҙмәт итеүгә әҙерлекте, ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Был эштең мөһимлеге, тәбиғи, берәүҙә лә шик тыуҙырмай, республикабыҙҙа йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленә. Дәүләт йәштәр сәйәсәтенең иң яуаплы өлкәләренең береһе ул – ватансылыҡ, йәғни үҫеп килгән быуында кесе йәштән үк илеңде, халҡыңды яратыуҙы тәрбиәләү, ошо мөҡәддәс тойғоно күңелдәренә һалыу.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был хаҡта әйтә килә, һәм "Патриот" паркының Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе республика етәксеһенең туранан-тура ҡатнашлығына, иғтибарына, эҙмә-эҙлекле эшенә бәйле. Уның "Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында"ғы указына ярашлы, илһөйәрлек рухындағы парк булдырыу йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип билдәләнә.

Махсус йүнәлешле мәҙәни-ял паркын төҙөү планы республика Башлығының 2019 йылда Алкин-2 ауылына эш сәфәрендә ҡаралып, маҡсатлы рәүештә тормошҡа ашырыла башланы. Концепция буйынса, паркта “Авангард” уҡытыу-методик үҙәге, “Партизандар ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия секторы, күнекмә плацы, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, реконструкциялар зонаһы һәм башҡа объекттар булдырыу ҡаралған. Парктың майҙаны 200 гектар ерҙе биләйәсәк.

Быйыл 1 июндә "Патриот" хәрби-патриотик паркының беренсе өлөшө – "Авангард" уҡытыу-методик үҙәге асылды, унда йәш егеттәрҙең тәүге күнекмәләре үтә башланы. Үҙәкте асыуҙа Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы Андрей Красов ҡатнашҡайны. Ул, Башҡортостанда бындай үҙәк асылыуҙы юғары баһалап: "Нәҡ ошонда балалар башланғыс хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, хәрби хеҙмәт менән танышасаҡ, Башҡортостан һәм Рәсәй тарихын өйрәнәсәк, спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ, ысын илһөйәрҙәр булып тәрбиәләнәсәк. Киләсәктә ниндәй юлды һайлаһалар ҙа, бында асылған шәхси сифаттар уңышҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк", – тип билдәләгәйне.

Хәҙер бында бөтә республиканан өлкән класс уҡыусылары башланғыс хәрби әҙерлек курсына килә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1 июндән алып "Патриот" паркының "Авангард" үҙәгендә бөтәһе 2100-ҙән ашыу егет тәүге күнекмәләр алған.

Башҡортостандағы "Патриот" паркын башҡаларҙан айырып торған бер билдә бар – ул “Геройҙар уҙышы” өсөн махсус төҙөлгән трасса. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙәге "Геройҙар уҙышы" трассаһын Рәсәйҙә иң көслө һәм оҙондарҙың береһе тип йөрөтәләр.

Ысынлап та, трасса бик уникаль һәм ҡатмарлы. Бында һыу ҡаршылыҡтары, бейек стеналар, ҡоймалар, сәнскеле сым, ер аҫты тоннеле аша үтергә, арҡанға үрмәләргә, траншеяларҙан сығырға, һыу тулған соҡорҙарҙы уҙырға кәрәк. Ярыштар ҡатмарлы булһа ла, улар хәүефһеҙ үтһен өсөн бар шарттар күҙәтелгән. Үткән йәйҙә, атап әйткәндә, 4 июндә, бында беренсе ярыштар уҙҙы, артабан да “Геройҙар уҙышы” ойошторолоп торҙо.

Әйтеүебеҙсә, республикабыҙҙа йәш быуынды хәрби-патриотик йәһәттән тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Хәҙер бының өсөн ғәйәт шәп майҙан – "Патриот" паркы бар. Бындағы төрлө ҡаршылыҡтар менән бәйле 12 саҡрымлыҡ “Геройҙар уҙышы” трассаһын күмәк спорт саралары, чемпионаттарҙы уҙғарыу урынына әйләндереү күҙ уңында тотола. Һәләтле, маҡсатлы, илһөйәр йәштәрҙе туплаған урынға әүерелере лә шик тыуҙырмай.

Парк әле төҙөлөүен, үҫеүен дауам итә, тулыһынса 2024 йылда сафҡа индереү планлаштырыла. Йыл аҙағында паркка сәфәре ваҡытында республика етәксеһе: "Патриот” паркының киләсәге ҙур. Уның үҫешендә туҡталып ҡалмау мөһим. Объекттың дүрт-биш өлөшө булыр, тип планлаштырыла. Бында биләмә ҙур, ватансылыҡ тәрбиәһенә, спортҡа бәйле яңы майҙансыҡтар булдырырбыҙ", – тип билдәләне.

Фото: vk.com/public213966456

"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
"ЙЫЛДЫҢ ЙӘШТӘР ВАҠИҒАҺЫ": "Патриот" паркы
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас