Бынан 12 йыл элек тәжрибәле токарь һәм балта оҫтаһына сәйер үтенес менән мөрәжәғәт итәләр, боҙҙан һындар эшләүен һорайҙар. Бер аҙ аптырап ҡалһа ла, Баязит Хәйруллин эштән баш тартмай, яңы һөнәрҙе үҙләштерергә тотона. Шунан бирле йыл һайын декабрь айында отпуск алып, боҙҙан төрлө һындар эшләүгә заказдар үтәй.
Быйыл да Раевканың Совет майҙанында ҡупшыҡай шыршы янында оҫтаның ҡулдары менән яһалған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡаршылай. Баязит Фәхретдин улының скульптуралары "Ыласын" спорт һарайы һәм 4-се мәктәп ҡаршыһындағы майҙандарҙы ла биҙәй. “Ҙур боҙ киҫәгенән бер фигураны ҡырҡыу өсөн бер көн ваҡыт кәрәк, – ти оҫта.– Эш еңелдән түгел, мәшәҡәтле”.
Баязит Хәйруллин “Раевка” йәмғиәтендә токарь булып эшләй. Буш ваҡытында тимерҙән беседкалар, ҡапҡалар, бәүелсәктәр яһай. Балта оҫтаһы ла ул. Был һөнәрҙәр серҙәрен олатаһы Хәйретдин һәм атаһы Фәхретдиндән өйрәнгән. “Әлшәй хәбәрҙәре” хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл байрамы алднан бына ошондай үҙенсәлекле ҡул оҫтаһы менән таныштырҙы.
Айгөл Мөхәмәтдинова фотоһы.