Башҡортостан Хакимиәте Башлығы Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Яңы йылда мөғжизә бүләк итеү һәм хыялдарҙы тормошҡа ашырыу йолаһы бар. Һәр бала мөғжизәнең барлығына ышана.
Беренсе йыл ғына хеҙмәттәштәрем менән бергә “Берҙәм Рәсәй” ойошторған “Теләктәр шыршыһы”нда ҡатнашмайым. Быйыл Ҡалтасы районынан Рөстәм Рәхмәновтың ноутбук тураһындағы хыялын тормошҡа ашырҙым. Рөстәмгә компьютер уҡыу өсөн кәрәк, сөнки ул нигеҙҙә өйҙә шөғөлләнә.
Етеп килгән байрамдар менән! Сәләмәтлек, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек”
Фотолар: vk.com/zabelinm