

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау тантанаһында ҡатнашты.
– Нәҡ һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ арҡаһында бихисап бюрократик кәртәләр юҡҡа сыҡты, – тине Андрей Геннадьевич. – Справкалар йыйыу, һыу буйы сираттар артта тороп ҡалды. Тырышлығығыҙ һоҡландыра, республика һеҙҙең менән ғорурлана.
Андрей Назаров әйтеүенсә, үткән йыл Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн юғары бейеклектәргә бай булараҡ тарихта ҡалды. Ҡыҫҡа арауыҡта Донецк, Луганск халыҡ республикалары һәм Украинаның мохтаж граждандары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән күп эштәр башҡарылған.
Премьер-министр барыһын да Яңы йыл менән ҡотланы, һәр йәһәттән уңыштар теләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.