Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2022, 10:00

Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы халҡы ла "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе

Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...
Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...

Әлеге программаға ҡушылыу буйынса эш көҙөн башлана. Иң тәүҙә дөйөм йыйылыштар үткәрелә. Ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Шәғәлиев халыҡты программаның шарттары менән таныштыра. Проекттың һәр бүлеген өйрәнеп, ауылдаштар бер тауыштан, һыу башняһын төҙөкләндереүҙе көнүҙәк мәсьәлә тип таба һәм ошо тәҡдимде хуплап сыға.

Ауыл халҡы өсөн һыу менән тәьмин ителеү бик мөһим мәсьәлә, сөнки ул - йәшәү сығанағы. Һыуһыҙ мал аҫрап та, баҡса үҫтереп тә, ғөмүмән, бер нимә лә эшләп булмай. Бынан алдағы йыйылыштарҙа ла халыҡ һыу мәсьәләһен даими күтәрә килгән. 2005 йылдарҙа Ҡаңны-Төркәй ауылында һыу үткәргес һалынған, тик һыу башняһы талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнеп бөтмәгән. Ә инде эҫе йәй көндәрендә был һыу үткәргес системаһы халыҡты һыу менән тейешенсә тәьмин итә алмай. Йәйҙәрен һыуһыҙ интеккән халыҡ еңеүгә һәм әлеге мәсьәлә хәл ителеренә ышана.

Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА:

  • Һуңғы йылдарҙа Таллыкүл ауылындағы һыу үткәргес башняһына тоташтырырға ниәтләгәйнеләр. Тик торбалар күптән иҫкергән. Улар әле бер, әле икенсе ерҙән тишелеп сыға. Уларҙы ремонтлау өсөн әллә күпме сығым талап ителә.

Проекттың дөйөм хаҡы – 1487330 һум. Әгәр еңеп сыҡһаң, проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бер миллион һум аҡса бүленәсәк. Ҡалған аҡсаны бағыусылар һәм ауыл халҡы күтәрәсәк.

 

Белешмә өсөн:

Ҡаңны-Төркәй республикаға күп билдәле шәхестәрҙе биргән ауыл.

Ғәлиә Боғҙанова— ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире булып эшләй. Медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.

Ғабдулла Ғиләжев — актёр, режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Лоҡман-Хәким Ғиләжев — яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Вил Миңлеғолов — нефтсе, 1964—1996 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР‑ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Мөхәмәтғәли Буранғолов, хәрби эшмәкәр, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Факиһа Туғыҙбаева – Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Фотолар ауыл әүҙемселәренән алынды.

Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...
Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...
Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...
Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...
Һыуһыҙ йәшәү, йәшәү түгел ул...
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: