Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2022, 08:30

Юллама Сибай ҡалаһына юлланды

Әбйәлил районында урынлашҡан “Березки” ял йортона кем барасаҡ?

Юллама Сибай ҡалаһына юлланды
Юллама Сибай ҡалаһына юлланды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыусылар араһында Әбйәлил районында урынлашҡан “Березки” ял йортона биш көнлөк путевка уйнаттыҡ. Уның шарттары гәзитебеҙҙең төркөмөндә баҫылды. 

Ниһайәт, "Березки" ял йортона барыусы дуҫыбыҙҙың исем-шәрифе билдәле булды. Ул - Сибай ҡалаһынан Дилә Фәтҡуллина. Дилә Урал ҡыҙы Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры. Уҡыу йорто коллективы киләһе йылды "Башҡортостан" гәзите менән бергә ҡаршылаясаҡ. Юлламаны “Березки” ял йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Иршат Малыбаев бүләк итте.

Яңы йыл алдынан шәп бүләк отҡан Дилә Фәтҡуллинаны ҡотлайбыҙ һәм "Березки" ял йортона барып, рәхәтләнеп ял итеп, дауаланып ҡайтыуын теләйбеҙ. Бағыусы Иршат Филҡәт улына ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Артабан да бергә булайыҡ, берҙәм эшләйек! 

Яңы йыл менән!

Автор фотолары.

Юллама Сибай ҡалаһына юлланды
Юллама Сибай ҡалаһына юлланды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: