Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2022, 15:00

Ашарға яҙмаған Яңы йыл торты

Мең бәлә менән йәмшәйтмәй генә алып ҡайтып еткерҙем дә бит...

Ашарға яҙмаған Яңы йыл торты
Ашарға яҙмаған Яңы йыл торты

Өсөнсө курста уҡыған саҡта Яңы йыл байрамына ҡайтырға билетһыҙ ҡалдым. Көн дә вокзалға төшәм, трансагенствоға барам, бәлки, берәйһе кире тапшырыр тип. Плацкарт түгел, купеға ла ҡалмаған. Инде ҡайтмайым тип төңөлөп, кемдәрҙер менән Яңы йыл ҡаршыларға тип килешеп, аҡса йыйышып бөткән ерҙән, 30 декабрҙә районға бер машина килеп сыҡты. Күстәнәскә аҡ ҡатыш алһыу төҫтәге кремлы “Жар-птица” тигән матур ғына торт һатып алдым.

Ҡар яуып тора, “копейка” машинамы икән, шуға тығылып, артҡы урында өс ҡатлы булып, беребеҙ өҫтөнә беребеҙ ултырып ҡайтып киттек. Ҡараңғы тиҙ төшә, декабрь бит, дөм ҡараңғы юл. Водитель тигәне бер йәш егет. Яңылыш Бөрйән яғына сығып киткәнбеҙ. Байтаҡ барып, кире боролдолар. Бер ауылға инеп, юл һорашып йөрөнөк. Клубтарында күңелле маскарад бара, беҙ аҙашып йөрөйбөҙ. Төшкөһөн Өфөнән сығып киткәйнек, төнгө сәғәт 3-4 тирәһендә Асҡарҙа инек. Ағайымдың ҡапҡаһы төбөндә төшөп ҡалдым. Ҡапҡа бикле. Ярай һыҙғыра беләм, саҡ астырып индем.

Иртәнге 7-лә Сибай автобусы менән үҙебеҙгә ҡайтырға сыҡтым. Автостанция алдында тайып киттем, ҡолап барам, үҙемдән алда тортымды уйлайым әле. Автобуста ойоп киткәнмен, дарҫ итеп ҡалғанға уянһам, Иҙәш ауылы эргәһендә юлдан ситкә осҡанбыҙ. Юлға ат килеп сығып, һуғылған булған.

Ҡырҡ эт бәләһе менән ҡайтып индем. Атай менән әсәй иртәнге сәй эсеп ултыра ине, аптырауҙан ҡолап китә яҙҙылар. Ҡайтмай тип уйлайҙар ине бит. Кискеһен Яңы йыл ҡаршыланыҡ, минең Өфө һынлы Өфөнән, мең мажаралар менән йәмшәйтмәй һаҡлап алып ҡайтҡан, алһыу бант бәйләнгән тортым ныҡ матур булһа ла, ашарлыҡ түгел – үҙенә бензин тәмен һеңдергән ине...

Әбйәлил ҡыҙы.
Фото: mixyfotos.ru 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: