Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2022, 19:00

Бөгөн мандаринды күпме ашарға? Ә ҡойҡаны ҡасан тәмләп ҡарарға?

Яңы йыл өҫтәлендә ризыҡтарҙы самаһын һәм ваҡытын белеп ашарға кәрәк. 

Бөгөн мандаринды күпме ашарға? Ә ҡойҡаны ҡасан тәмләп ҡарарға?
Бөгөн мандаринды күпме ашарға? Ә ҡойҡаны ҡасан тәмләп ҡарарға?
Яратҡан салатыбыҙ – “Оливье”. Ундағы колбасаны тауыҡ итенә йә һыйыр теленә, ә тоҙло ҡыярҙы йәш ҡыярға алмаштырып, үтә майлы булмаған майонез һалғанда, был салатты һаулыҡ өсөн ҡурҡмайынса ашарға була.
 
Винегрет – ҡыш мәлендә идеаль ризыҡ.Ә бына ҡойҡаны 1 ғинуарға ҡалдырырға кәрәк. Ул аминокислоталарға һәм майға бай, ул алкоголле эсемлектәрҙең тәьҫирен йомшарта. Әммә бер юлы 200 грамдан да артыҡ ашарға ярамай. Әгәр ҙә ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр, үтегеҙ ауырта икән, унан бөтөнләй баш тартығыҙ.
 
Ҡойҡала әҙерләнгән балыҡ коллагенға бай, бик файҙалы.
 
Тарталеткалар калорияға бай, уларға һалынған ризыҡты ашағас, тик ултырмаҫҡа, күберәк бейергә, хәрәкәтләнергә кәрәк.
 
“Тун аҫтындағы сельд” салатын әҙерләгәндә балыҡты күберәк, ә картуф менән йомортҡаны әҙерәк һалһаң, хәүефләнмәй ашарға була.
 
Ашҡаҙан-эсәк юлы, йөрәк-ҡан тамырҙары, бөйөр сирҙәре менән яфаланғандарға маринадланған, тоҙланған ризыҡтарҙан баш тартыу хәйерле.
 
Яңы йыл символы булған мандаринды 2-3 бөртөк кенә ашарға кәрәк. Әлбиттә, ас ҡарынға түгел һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре булмағанда ғына.
 
Фото: medboli.ru 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: