Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2022 йылда “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан биләмәләр халҡын “Бөтә ауыл менән Яңы йылға!” акцияһына ҡушылырға саҡырҙы. Акция шарттары буйынса урындағы халыҡ ҡатнашлығында яңы йыл әйлән-бәйләнен ойоштороп, уның фотоһын, видеоһын #всемселомвновыйгод2022 #Трезвоесело2022 #Айыкауыл2022 хештегы менән “Бәйләнештә” селтәренә һалырға кәрәк ине.
– Күңелле Яңы йыл акцияһына республиканың барлыҡ 54 муниципаль районынан “Айыҡ ауыл” конкурсының яңы этабында ҡатнашҡан бөтә биләмәләр тиерлек ҡушылды, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Өфө районының Жуков, Архангел районының Абҙан, Дүртөйлө районының Мәскәү ауылдарында, ҙур һәм татыу республикабыҙҙың башҡа ауылдарында ла күңелле әйлән-бәйлән ойошторолдо. 2023 йылды айыҡ, күңелле һәм әүҙем ҡаршы алайыҡ һәм үткәрәйек!
Мәғлүм булыуынса, “Айыҡ ауыл” республика конкурсын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтары, башҡа ведомстволар ойоштора. Конкурс саралары Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса конкурстың бүләк фонды 10 тапҡырға арттырылғайны.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news
Сығанаҡ: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news