Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2022, 20:00

“Бөтә теләктәрҙе мотлаҡ үтәрбеҙ”

Радий Хәбиров хәйриә акцияһында ҡатнашты.

“Бөтә теләктәрҙе мотлаҡ үтәрбеҙ”
“Бөтә теләктәрҙе мотлаҡ үтәрбеҙ”

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты. Республика етәксеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһендә ҡуйылған шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған өс байрам шарын алды.

Мәҫәлән, биш йәшлек Давид Шәйхетдинов интерактив глобус тураһында хыяллана, ә һигеҙ йәшлек Кәрим Мөслимов хоккей матчын ҡарарға теләй. 14 йәшлек Ксения Добранованың йәнһүрәт төшөрөлөүен ҡарағыһы килә.

– Бөтә теләктәрҙе лә мотлаҡ үтәрбеҙ. “Теләктәр шыршыһы” – балалар хаҡындағы хәстәрлегебеҙҙең бер өлөшө генә. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүләбеҙ. Ошондай ғаиләләрҙәге балалар өсөн Яңы йылға бүләктәр һалынған байрам биштәрҙәрен әҙерләнек, – тине Радий Хәбиров. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балаларын саҡырып, байрам кисәләре үткәреүгә яуаплы ҡараған муниципалитет башлыҡтарына бик рәхмәтлемен.

Алда – Яңы йыл каникулы. Уның барышында бөтә республика буйынса байтаҡ байрам саралары уҙғарыла. Ә 13 ғинуарҙа “үҙенсәлекле” балалар өсөн “Аксаков шыршыһы” була.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

“Бөтә теләктәрҙе мотлаҡ үтәрбеҙ”
“Бөтә теләктәрҙе мотлаҡ үтәрбеҙ”
“Бөтә теләктәрҙе мотлаҡ үтәрбеҙ”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: