Йәмғиәт
31 Декабрь 2022, 06:00

Беҙҙе ҡотлайҙар

Ил етәкселегенән Яңы йыл менән ҡотлауҙар килде.

Беҙҙе ҡотлайҙарБеҙҙе ҡотлайҙар
Беҙҙе ҡотлайҙар

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым.

Барыбыҙ ҙа яратҡан ошо яҡты, байрам көндәрендә һәр йортта, һәр ғаиләлә кешеләр бер-береһенә бәхет, уңыштар, билдәләнгән пландарының тормошҡа ашыуын теләй.

Етеп килгән 2023 йыл һеҙҙең һәм яҡындарығыҙ өсөн имен булһын.

Ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем

Владимир Путин”.

***

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Яңы йыл менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.

Был көндәрҙә беҙ туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ менән ихлас хис-тойғоларыбыҙҙы уртаҡлашабыҙ, пландар ҡорабыҙ. Үтеп барған йыл етди һынауҙар осоро булды. Ул бергәләшеп төрлө хәүефкә һәм талаптарға ҡаршы тора алыуыбыҙҙы күрһәтте.

Календарҙа һандар үҙгәрә, әммә Тыуған илгә тоғролоҡ, ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, ғаиләгә һөйөү әүәлгесә беҙҙе берләштергән, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм алға барырға ярҙам иткән төп ҡиммәттәр булып ҡала.

Яңы 2023 йылда Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем.

Михаил Мишустин”.

***

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау килде. Унда былай тиелә:

“Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы йыл һәм Раштыуа менән ҡотлайым!

2022 йыл ҙур илебеҙ, Волга буйы федераль округы өсөн етди талаптар һәм һынауҙар йылы булды. Беҙгә ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртергә тура килде, ләкин ғәҙеллек һәм изгелек, бер-береңә ярҙам итеү, һөйөү һәм яҡындарыбыҙҙың именлеге әүәлгесә беҙҙең өсөн иң мөһиме булып ҡала.

Тап улар өсөн, уртаҡ киләсәгебеҙ хаҡына барыбыҙ ҙа эште дауам итәбеҙ – санкцияларға ҡаршы көрәшәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтәбеҙ, мәктәптәр һәм яңы дауаханалар асабыҙ, йорттар һалабыҙ, фәнни асыштар яһайбыҙ һәм балаларға белем бирәбеҙ.

Бөгөн махсус хәрби операция зонаһындағыларға айырым һүҙҙәр еткерге килә.  Маҡсаттарға өлгәшелһен, барыһы ла иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын.

Һеҙҙе Яңы, 2023 йыл менән ҡотлайым! Барығыҙға ла һаулыҡ, мөхәббәт, именлек һәм бәхетле киләсәк теләйем!

Игорь Комаров".

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас