"Контактта" иғлан элдҽм кисә -
Һыйыр һата бҽрәү, йәнәһҽ.
Байрам ҽтҽп килә, аҡса булыр,
Кәрәк булыр, тиҽп, йәнәһҽ.
Ҡа(йһы)ндай һимҽҙ һыйыр баҫып тора
Оҡшамаған бҽр ҙә яшыҡҡа.
Хаҡты төшөрөргә уйлай Әлифә,
Бирҽп торам долгҡа, яҙып та.
Миңлҽбикә тигән апай яҙған:
Күп ашайҙыр, тигән һыйырың.
Башы ҙур, тип бәлә һала тағы,
Оҡшамаған уға, ахыры.
Люциә һеңлем исҽм ҡушып ҡуйҙы:
"Исҽмдәрҽ булыр Аляска".
Табыуҙары ҽңҽлҽрәк булыр
Ҡырға сығып китҽп аҙашһа.
Ҡыш сығарып бирәм, тип яҙып ҡуйҙым,
Уҡып ҡараһағыҙ ни була?!
Расходһыҙ ғына һыйыр бит ул,
Аҙ ашай ҙа, һөтө күп була.
Хаҡын мин бик күп тә һорамайым -
Кәүҙәһҽнә ҡарап самалап.
Кҽм һөйләшә бҽлә, шунан бик әҙ,
Бҽлмәгәндәрҽнән - мулыраҡ.
Яҙырға бит тағы онотҡанмын:
Ҡасҡан бит ул, тиҙҙән быҙаулай.
Аҡыллы ла, һөҙмәй, типмәй,
Һауғанда ла тыныс, туламай.
Маҡтап, маҡтап һыйыр һата бҽрәү,
Булмаһа ла тоҡом сҽгәндән.
Алыусыһы килҽп сығыр әлҽ,
Бәлки, Басай, бәлки, Кусҽйҙән.
Ярай индҽ, дуҫтар, бҽр аҙ көлөп алдыҡ,
Көлкө булып ҡалһын ғүмергә.
Бөтәгҽҙгә лә ҙур рәхмәт әйтәм
Минҽ көн дә ҡарап барған өсөн дә.
Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Аптыраным уҙҽм дә!
Абайламай ҡарап торам,
Күренәме күҙемә?
Һыйырым тора быҙаулап,
Кҽшҽнҽ аптыратып.
Баштан ҡапыл уйҙар уттҽ:
Ҡыш сығарам ҡалайтып?
Ярай индҽ булғас, булған,
Нишләйһҽң индҽ тағы?
Ҡыш сығарып, йәй көтөүгә
Ҡыуырмын үҙҽм тағын.
Һатмайым хәҙҽр һыйырҙы,
Быҙауы булыр һуғым!
Һөт, ҡаймағы, ҡоротон
Ашарбыҙ индҽ быйыл.
Фото: https://vk.com/club173566611