Ул - Ҡунаҡҡоловтарҙың яҡташы, эшҡыуар Айтуған Фәттәхов. Тележурналист Рәмзиә Кәримова меценат булырҙай кеше эҙләп оран һалыуға, ошо ир-уҙаман яуап бирҙе.
Тәүҙә аҡса йыйыу ойошторолдо. Йүнселдең дуҫтары, ябай халыҡ тырышлығы менән өйгә зәңгәр яғыулыҡ индерергә талап ителгән сумма йыйылды.
21 декабрҙә Айтуған Фәттәхов материалдарҙың беренсе партияһын килтергән ине. Шунда уҡ монтажлау эштәрен дә башҡарғандар. Артабан йылытыу системаһын тулыһынса алмаштырыу талап ителә ине. Кисә ошоноң өсөн кәрәк булған материалдар һатып алынған.
Эштең күп өлөшө башҡарылған. Был турала эшҡыуар үҙенең сәхифәһендә фотоотчет урынлаштырған. Афарин!
Тиҙҙән Фәйез, Рәфис, Рафиҡ Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона газ үткәрелеп бөтөр һәм улар утын яғыу мәшәҡәтенән ҡотолор. Яңы 2023 йылға был улар өсөн иң ҙур бүләк буласаҡ.
Фото: https://vk.com/aituganfattakhov