Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2023, 08:00

1 ғинуарҙы нисек үткәреп ебәрергә?

Башығыҙ ауыртһа... сей йомортҡа эсегеҙ.

1 ғинуарҙы нисек үткәреп ебәрергә?
1 ғинуарҙы нисек үткәреп ебәрергә?

Яңы йыл байрамынан һуң организға ял кәрәк. Әлбиттә, иң беренсе, йоҡоно туйҙырыу зарур. Бының өсөн тәҙрә форточкаһын асып ятығыҙ, сөнки тынсыу һауа ял итергә ҡамасаулаясаҡ.

Иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡһағыҙ, ятҡан карауат йә диван янына ябай һәм минераль һыу ҡуйығыҙ. Иртән организмығыҙ һыуһап уянасаҡ. Ике литрҙай һыуҙы әҙләп-әҙләп, әммә йыш эсегеҙ. Ғәҙәттә, “Боржоми”, “Ессентуки” һыуҙарын тәҡдим итәләр. Шунан душта йылы һәм һыуыҡ һыуҙы алмашлап ҡойоноп алырға, ҡаты ҡара сәй эсергә була. Ҡәһүә һәм йәшел сәй нервы системаһын ҡуҙғыта. Тәмәке тартаһығыҙ икән, уянғас та быны эшләмәй тороғоҙ. Булдыра алһағыҙ, 3-4 сәғәт түҙегеҙ, сөнки хәлегеҙ насараясаҡ ҡына.

Ҡайнар аштарҙан тауыҡ һурпаһы, кәбеҫтә ашы, рассольник тәмләргә мөмкин. Тоҙло кәбеҫтә, томат һуты, ҡатыҡ, айран эсеү ҙә һәйбәт. Үҙенсәлекле кәңәштәрҙән ошоларҙы ҡулланып ҡарарға була. Doksovet.ru сайты яҙыуынса, иң беренсе сей йомортҡа эсергә, шуның менән организмға кәрәкле аҡһым инәсәк һәм баш ауыртыуының эҙе лә ҡалмаясаҡ. Серотонин - “бәхет” гормоны сығанағы булған банан ашау ҙа файҙаға буласаҡ. Былар тамаҡҡа үтмәһә, уртаға телеп, тоҙ һибелгән помидор киҫәген йотоп ҡуйығыҙ. Был витаминдар һәм матдәләр һеҙгә хәл индерәсәк.

Дарыуҙарҙы үҙегеҙҙең организм үҙенсәлектәренә ҡарап ҡына ҡулланырға була. Уларҙың иҫерткес эсемлектәр менән бергә ҡулланырға ярамағандары ла күп.

Фото: vsesvoi43.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: