Батырхан Ҡудашев Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында йәшәй. Уға яңы ғына һигеҙ ай тулды. Малайҙың әсәһе Илүзә һәм атаһы Айтуған менән күптән танышбыҙ, бергәләп ял итәбеҙ, өйҙәрендә лә булғаныбыҙ бар.
Көҙ көнө, сентябрь аҙағында, Батырхан әсәһе менән миңә ҡунаҡҡа ла килеп ҡайтты. Ул ваҡытта арлы-бирле эремсек кенә ҡабып ултырған малай декабрь башында, тимәк, ике айҙан, ете айлыҡ ҡына сағында ҡаҙ бото тотоп мөнйөп ултырыр тип кем уйлаған!
Ҙур һөйәктәрҙе ҡармап алып мөнйөп ултырған ҡаҙаҡ малайының видеояҙмаһы таралғас та, ҡыҙыҡ күреп, Илүзә Батырханды видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалды. Бәләкәй бәпестең ысынлап ихласлап мөнйөгәнен күрһәтер өсөн, әсәһе шаяртып ҡына һөйәген тартып алырға маташты. Малай иткә сат йәбешеп, иламһырай башланы.
Ир бала бит ул! Ит ашап үҫкән башҡорт балаһы! Һау-сәләмәт булып, ата-әсәһен, апай-ағайҙарын һөйөндөрөп үҫһен!
Фото: Ҡудашевтарҙың ғаилә архивынан.