Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2023, 13:00

Ат егә беләһеңме?

Ауылда бик матур байрам үтте.

Ат егә беләһеңме?
Ат егә беләһеңме?

Асҡын районының Ҡашҡа ауылында бик мауыҡтырғыс бер сара үтте. Ауылдың олоһо-кесеһе ат егеү оҫталығы дәресенә йыйылды. Уны хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Вәсил Сәхипгәрәй улы Шәңгәрәев үткәрҙе.

Вәсил Сәхипгәрәй улы кеүектәр хаҡында «ат йәнле» тиҙәр. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләгән уҙаман һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда атты егеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар тупланмаһы, атты нисек тәрбиәләргә, нимә ашатырға кәрәклеге тураһында ихласлап аңлатты. Ҡыҙыҡһынып күҙәткән балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Халҡыбыҙҙы данлаған, элек-электән яуҙарҙа ир-егеттең юлдашы булған, һәр саҡ кешегә хеҙмәт иткән аттарҙы һаҡлау тураһында ла фекер алышты ауылдаштар. Аттарҙы тулыһынса машиналар алмаштырған хәҙерге заманда бындай оҫталыҡ дәресен ойоштороусыларға “афарин” тиергә генә ҡала.

Осрашыуҙың әхлаҡи әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Йәш быуында тәбиғәткә, хайуандар донъяһына һаҡсыл ҡараш һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә тағы ла бер аҙым булды ул.

Дилара ӘХМӘҘИШИНА.

Ат егә беләһеңме?
Ат егә беләһеңме?
Ат егә беләһеңме?
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: