Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2023, 17:00

“Беҙҙең рәнйеш менән рәхәт күрергә йыйына...”

Ояты ла, намыҫы ла юҡ. Хоҙай үҙе хөкөм итер.

“Беҙҙең рәнйеш менән рәхәт күрергә йыйына...”
“Беҙҙең рәнйеш менән рәхәт күрергә йыйына...”

“Беҙ биш бер туған. Атай-әсәй бер-бер артлы был донъянан китеп барғас, уларҙы ҡарашмаһа ла, ҡустыбыҙ йортто һатып ебәрҙе. Өй уның исемендә ине.

Мин, оло апайҙары булараҡ, алыусы булһа, һатырһың, тигән инем. Барыбыҙҙың да йәшәр урыны бар, буш торған йорт тора-бара иҫкерер, туҙыр, тинем. Уны һатҡас, аҡсаһын бүлешер. Хәленән килгәнсә өлөш сығарыр, тип уйланым.

Юҡ, саҙаҡаһы ла булманы! Был өйҙә бер генә ҡаҙаҡ ҡаҡҡаны булмаһа ла, барыбыҙҙы ла отто ҡустым. Ояты ла, намыҫы ла юҡ. Хәҙер һөйләшмәй ҙә. Аҡсаһына машина алып ебәрҙе.

Бына шулай беҙҙең рәнйеш менән рәхәт күрергә йыйына. Хоҙай риза булһа, күрер. Һорап та йөрөмәм, Хоҙай үҙе хөкөм итер. Бөтә ауыл күреп, белеп тора...

Исемемде ҡуймағыҙ”.

Бына шундай хәбәргә тап булынды интернетта. Бик тормошсан күренеш хәҙерге заманда, эйеме? Әллә һеҙҙә башҡасамы?..

Фото: inet-shops.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: