Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2023, 14:00

Күрәҙәсе Ванганың 2023 йылға фараздары

Һуҡыр күрәҙәсе биологик ҡорал һынауын һәм атом электр станцияһында шартлау булыу ихтималын күҙаллаған.

Күрәҙәсе Ванганың 2023 йылға фараздары
Күрәҙәсе Ванганың 2023 йылға фараздары

KAZANFIRST сайты яҙыуынса, Болгарияның һуҡыр күрәҙәсеһе Ванга 1996 йылда үлгәнгә тиклем киләсәккә фараздары менән уртаҡлашты. Үҙ ғүмерендә ул 5079 йылдың аҙағына тиклем ваҡиғалар барышын алдан күҙаллаған, тиҙәр.

2023 йылда күрәҙәсе, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тыйыуына ҡарамаҫтан, халыҡта биологик ҡоралды һынай башлаясаҡ «ҙур илде» күрә. Һөҙөмтәлә Ерҙә меңдәрсә кеше һәләк була.

Бынан тыш, киләһе йылда Ванга атом электр станцияһында шартлау булыу ихтималын әйтә. Бындай фажиғәнең Украинала булыуы мөмкин, ти ҡайһы бер эксперттар. Бының Запорожье атом электр станцияһына бәйле булыуы бар.

Күрәҙәсе кеше лабораторияларының барлыҡҡа килеүе хаҡында ла һөйләгән. Уның һүҙҙәренсә, күп кенә илдәрҙең хөкүмәттәре кешеләргә тәбиғи рәүештә бала табыуҙы тыйырға һәм яңы быуындың махсус лабораторияларҙа барлыҡҡа килеүен талап итергә йыйына.

Йәнә кешеләрҙе Ерҙә генә түгел, йыһанда ла проблемалар көтә. Ванга 2023 йылда Ерҙең бығаса булмағанса ҡояш дауылының шаһиты булыуы ихтималлығын иҫкәрткән, ул электр энергияһы өҙөклөктәренә һәм элемтәнең өҙөлөүенә килтерәсәк. Шулай уҡ күрәҙәсе, Ер үҙенең орбитаһын үҙгәртә, тип раҫлаған.

Фото: youtube.com

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас