Өфөлә “TERRA ZIMA-2023” фестивале барышында карнавал костюмдары парады уҙҙы һәм үҙенсәлекле кейемдәр билдәләнде. Яңы йыл костюмдарын күрһәтеү сағыу, үҙенсәлекле һәм ғәҙәти булмағанса килеп сыҡты. Иҫ киткес тәьҫораттар һәм күңелле мәлдәр парадта ҡатнашыусыларҙың хәтерендә ҡаласаҡ.
Жюри бер тауыштан “Урал батыр” эпосы буйынса карнавал костюмдары өсөн Межгорье ҡалаһы командаһына Гран-при тапшырҙы.
Артем Папушин йыл символы костюмы өсөн "Мини мастер" тип танылды, ә игеҙәктәр Маша менән Саша Навалихиндар “Мини-карнавал” исемен яуланы.
Үҙенсәлекле карнавал костюмы өсөн Инна Семенихина “Яңы йыл карнавалы һылыуҡайы” номинацияһында еңеүсе булды. Жюри Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дим бүлексәһе командаһын “Яңы йыл карнавалы мистеры” тип таныны.
Ҡариҙел районы командаһы “Иң яҡшы үҙаллы эшләнгән карнавал костюмы-2023” махсус призына лайыҡ булды.
Бөтә лауреаттар ҙа иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “TERRA ZIMA-2023” фестивале Өфөлә 3 ғинуарға тиклем дауам итә. Иртәгә, 2 ғинуарҙа, ҡышҡы һабантуй һәм самауырҙар конкурсы (Ҡунаҡһарай) уҙа. 3 ғинуар – ат-сана экипаждары парады (Ағиҙел йылғаһы яры).