Туйҙар күрһәм, гел бер ваҡиға иҫкә төшә. Биш йыллап элек булды ул. Ауылыбыҙҙа бер егет менән ҡыҙ бик яратышып йөрөнө. Ике яҡтан да нәҫелдәре яҡшы, тырыштар, хәллеләр. Бер-береһенә тиңдәр, ҡыҫҡаһы.
Былар дуҫлаша башлағас та, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һөйләшеп туя алманы. Ике яҡ та ярайһы уҡ тәмле телле, бер алдыңа, биш артыңа төшә торған кешеләр. Бәлки, кемгәлер сөсөләнеү ҙә булып күренәлер шулай һөйләшеү.
Егет менән ҡыҙ, дәрес әҙерләшергә тигән булып, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй башланы. Шунан бирле атай-әсәйҙәре ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар кеүек аралашты. Дүрт йылдай шулай барҙы хәлдәр.
Егеттең өләсәһе вафат булғас, ҡыҙ аш мәжлесенә ҡамыр ризыҡтары бешереп алып барған. Егет яғы уны маҡтап туя алманы. Йәнәһе, бына ниндәй мөхәббәт, бына ниндәй уңған килендәре буласаҡ.
Ҡыҙ техникумға уҡырға ингән ине, егет армияға китте. Һәм шул армиянан... ауылға ҡайтып етә алманы – ҡалалағы икенсе байҙың ҡыҙы эләктереп алған тинеләр. Дүрт йыллап йөрөгән, тәмле печеньелар бешергән уңған ҡыҙ шулай ултырып ҡалды. Булмай ҡалған ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа дошманлашты...
Мин уны яратам тип, никах та уҡытмайынса, өйләнешмәгән килеш үҙ дәрәжәгеҙҙе төшөрөп, егет өйөнә ҡунаҡҡа барып йөрөмәгеҙ, ҡыҙҙар. Ҡәйнә-ҡайнығыҙҙың нурлы йөҙҙәрен өйләнешкәс тә күрергә өлгөрөрһөгөҙ.
Регина З.
Фото: https://vk.com/public210241991