Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ғинуар 2023, 10:00

Ирем икенсе бала таптыра...

Әҙер балаға мин дә риза ла бит, тик ҡайҙан алырға уны? Ә ул айырам тип янай. 

Ирем икенсе бала таптыра...
Ирем икенсе бала таптыра...

Үҙем өсөн йәшәгем килгәнгә, ирем минән айырылмаҡсы... Ошондай хәлдә ҡалырмын тип ғүмерҙә уйламағайным. Тик тормош тигәнең...

Илфат менән яратышып өйләнештек. Бик матур итеп дуҫлашып йөрөнөк, мин уны армиянан көтөп алдым. Институттың һуңғы курсында өйләнештек. Икебеҙ ҙә бәхеттең етенсе ҡатында кеүек инек.

Йәш белгестәр булып дәртләнешеп эшкә төшкән генә саҡта ауырға ҡалдым. Был яңылыҡ икебеҙҙе лә ныҡ шатландырҙы. Ата-әсәләр ҙә ҡыуанды. Улар беҙгә, ана-ана бәләкәй сабыйы булырға торған йәш ғаиләгә, фатир алып биреште. Минең атай-әсәйем дә, Илфаттыҡы ла әле йәштәр, атайҙар Себерҙә эшләй. Пенсияға тиклем йыраҡ. Шуға уларҙың ярҙам итеү мөмкинлеге бар ине. Малайыбыҙ тыуыр алдынан яңы иркен фатирға күстек.

Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә ине лә бит. Бәпес тыуыу менән проблемалар башланды. Ул пневмония менән сирле булып тыуҙы. Шунда уҡ айырып алып, реанимацияға һалып ҡуйҙылар. Сабыйымды күреп туйып та өлгөрмәй ҡалдым. Ҡайғырыуымдан һөтөм төшмәне. Бер ай самаһы дауахана тупһаһын тапай торғас, улыбыҙҙы сығарҙылар.

Бәпес ныҡ илаҡ булды. Төндәрен бөтөнләй йоҡламай ине. Һөтөм дә булмағас, төнө буйы яһалма ҡатышма әҙерләп хәл бөттө. Күп тә үтмәй эсе ауырта башланы. Уныһы үткәйне, теше сығып илауҙар. Ҡыҫҡаһы, көн дә, төн дә йоҡо булманы. Илфат эшләгәс, уны йәлләп уятмаҫҡа тырыштым. Үҙем таңға тиклем бәпесте ҡулда бәүетеп ултырҙым. Көндөҙ ҙә йоҡо юҡ, ашарға бешерергә, өй йыйыштырырға кәрәк. Неврология йәһәтенән проблемалары булған сабыйыбыҙ көндөҙ ҙә йоҡламай ине шул.

Мин ябыҡтым, йонсоном, йәмһеҙләндем. “Тормоштоң бер шатлығы ҡалманы” тигән кеүек хистәр кисерә башланым. Хәҙер генә бының бала тыуғандан һуңғы депрессия булғанлығын аңланым, әлбиттә. Ә ул саҡта миңә бик ауыр ине, йыш кәйефем булмай, илай торғайным.

Балаға өс йәш тула тигәндә, уны балалар баҡсаһына алып барҙыҡ. Инде тыныс һулап эшкә сығырға ғына йөрөгәндә, башланды бөтмәҫ-төкәнмәҫ сирҙәр. Йә һыуыҡ тейә, йә эсе китә. Тәүге ярты йыл эсендә дүрт тапҡыр дауаханала ятып сыҡҡас, баҡсаға бармай торорға ҡарар иттек. Минең өйҙә балаға бәйләнеп бикле ултырыуым дауам итте. Был хәл биш йәше тулғансы дауам итте.

Биш йәш тулғас, бер ни тиклем рәхәтлек килде. Улыбыҙ ныҡлап балалар баҡсаһына өйрәнде, сирләүҙәре һирәгәйҙе. Үҙаллыраҡ булып китте. Мин, ниһайәт, эшкә сыҡтым, матур кейемдәр алдым. Кеше араһында йөрөгәс, кәйеф тә күтәрелде, үҙемде лә ҡарай башланым. Һәм көтмәгәндә яңы проблемаға тарыныҡ. Ирем икенсе бала һорай башланы. Имеш, ул бер үҙе үҫкән, күңелһеҙ булған, уға кәмендә өс бала кәрәк. Ә минең турала уйлап та бирмәй. Ҡасандыр үҙем дә ҙур ғаилә тураһында хыяллана инем. Тик улым менән үткән ауырлыҡтарҙан һуң быларҙың береһе лә кәрәкмәй. Саҡ үҙемде кеше итеп тоя башлағайным ғына, ул мине йәнә өйгә бикләргә һәм яңынан ошо ауырлыҡтар аша үтергә дусар итә.

Тәүҙә һуңғараҡ тип әйтә килә инем. Бер көн ирем менән ныҡлап һөйләшергә булдым һәм башҡаса бала тапмаҫҡа теләүемде әйттем. Китте ғауға.

– Һин эгоист, үҙеңде генә уйлайһың! – тине ул.

Йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем, һәр сире өсөн дауаханаға ятыуҙар, ашалған нервы уның өсөн бер ни түгел. Бәлки, үҙем дә ғәйеплелер, бала ҡарау хәстәрен уның менән бер иш тартһаҡ, аңлар ине. Ә мин “барыбер өйҙә ултырам” тип уны, эшләгән кешене, йәлләгән булдым. Әҙер балаға мин дә риза ла бит, тик ҡайҙан алырға уны?

Илфат шул һөйләшеүҙән һуң бер аҙна минең менән һөйләшмәне һәм кисә килеп ҡарарын белдерҙе.

– Әгәр бала тапмайһың икән, мин айырылам. Бындай теләге булған йәш ҡыҙҙар күп. Ә һин йөрө эшеңә, матур күлдәктәреңде кейеп. Уйланырға бер аҙна ваҡыт бирәм, – тине ул.

Иҫем китеп ултырам. Ни эшләргә һуң? Иремде яратам, тик үҙем тураһында ла уйлайым. Ул миңә шундай шарт ҡуя икән, мөхәббәт тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме ни? Беҙгә әле утыҙ йәш тә тулмаған. Бәлки, аҙағыраҡ үҙем дә сабый тураһында хыялланыр инем, тик уға бөгөндән кәрәк...

(Нефтекамала йәшәгән ҡатындың хатынан).

Фото: postupkiforum.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: