31 декабрь көндө, Яңы йыл ана-ана тыуам тип торғанда Ишембай районының ЗАГС бүлегендә өр-яңы ғаилә тыуҙы! Фидалия менән Иршат законлы никахтарын теркәне! Йәштәрҙе шатлыҡлы мәлдәре менән Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та ҡотларға килде.
“Яңы йыл алды сәғәттәрендә йәш пар Иршат һәм Фидалия тантаналы рәүештә никахтарын теркәне. Ғаилә ҡороуҙың ғәҙәти булмаған датаһын улар бер ҡасан да онотмаҫ, тип уйлайым. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр һәм яҡындар Яңы йыл алдынан Фидалия һәм Иршат Ғиззәтовтарҙың бер-береһенә мөхәббәт һәм тоғролоҡ антын биреүен, ирле-ҡатынлы булыуын мотлаҡ иҫкә аласаҡ. Йәштәргә ғаилә именлеге һәм бәхетле Яңы йыл теләйем!” – тип яҙҙы ул.
Яңы ғаиләне тәүге ғаилә байрамдары менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ. Ғүмерегеҙ – мөхәббәтле, мөхәббәтегеҙ ғүмерле булһын! Бер-берегеҙгә таяныс булып атлағыҙ тормош юлынан! Атай-әсәйҙәрегеҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ шаһит булған бәхетле миҙгелегеҙ ҡотло булһын!
Фото: "Бәйләнештә".