Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2023, 12:57

Бер меңлек ҡуян, биш меңлек килем (Дауамы)

Ауырыу хайуандың танауына көн һайын фурацилин йә пенициллин иретмәһе тамыҙырға кәңәш ителә.

Йоғошло стоматит. Төп билдәһе – ауыҙҙан шайыҡ ағыу. Күпселек осраҡта 20 – 90 көнлөк ҡуяндар ауырый. Уларҙың теле, танау ҡыуышлығы ҡыҙара, шешектәр барлыҡҡа килә, шыйыҡса аға.

Ауырыуҙы ваҡытында күреп, мәлендә дауалай башлаһаң, уны тиҙ арала һауыҡтырырға була. Күршем бындай осраҡта ике процентлы баҡыр купоросының иретмәһе менән көнөнә бер нисә тапҡыр ауыҙын йыуа. Ә мин стрептоцид таблеткаһын порошок хәленә тиклем иҙәм дә ауыҙҙарына һибәм.

Кокцидиоз. Шешҡолаҡтың аппетиты кәмеһә, ябыҡһа, лайлалы тиресәһе аҡ төҫкә инһә, эсе китһә, ашҡаҙаны күпһә, был ҡурҡыныс ауырыу­ҙарҙың береһе – кокцидиоз була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ауырыуҙан дауа уйлап табылмаған. Шулай ҙа уны булдырмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: ситлектең иҙәнен таҡтанан эшләгеҙ. Тағараҡтар гел таҙа булырға тейеш. Айына бер булһа ла ситлекте эҫе һыу менән йыуығыҙ.

Ҡысынма. Сир талпандан йоға. Талпан һарайға бесән менән бергә килеүе ихтимал. Ҡутырҙы күргәс тә, уны скипидар менән эшкәртегеҙ. Ҡутыр­ҙарын йыйып яндырырға кәрәк. Дауалауҙы биш көндән ҡабатларға тәҡдим итәләр. Ситлектәрҙе һәм һауыттарҙы биш процентлы креолин иретмәһе менән эшкәртергә кәңәш ителә, ләкин дарыуҙы ҡулланғанда, бөтә ҡуяндарҙы ла һарайҙан сығарырға кәрәк. Беҙҙең ундай мөмкинлек юҡ, шуға башҡа ысулдар уйлап табырға тура килә.

Ҡолаҡ талпаны. Ҡуяндың ҡолағының эсен даими рәүештә тикшереп торорға кәрәк. Әгәр эстә ҡутыр барлыҡҡа килеп, улар тынысһыҙлыҡ белдерһә, тимәк, ҡолаҡ талпаны йоҡторғандар. Был ауырыуҙың әсәнән балаларына күсеүе ихтимал. Ата ҡуян сирле икән, тимәк, инә ҡуян да ауырып китәсәк. Был ауырыуҙан оҙаҡ йонсоноҡ. Инде бөттө тигәндә, йәнә килеп сыға.

Хәҙер инде уны дауалай беләм. Тәү сиратта водород перекисе, “Барс” тип аталған махсуслаштырылған дарыу алырға кәрәк. Тәүҙә ҡуяндың ҡолағына перекись тамыҙабыҙ. Ул ҡутырҙарҙы йомшарта, таҙарта. Шунан уларҙы ипләп кенә пинцет менән алырға кәрәк. Һуңынан дарыу тамыҙырға. Биш көндән процедураны ҡабатлап, еңел һуларға була.

 

Төп шарт – таҙалыҡ

 

Ғөмүмән, ҡуяндар буштан ғына сирләмәй: үтә ел, бысраҡ, сифатһыҙ аҙыҡ, ваҡытында ашатмау ауырыуға килтерә. Балаларын әсәләренән иртә айырыу ҙа был тоҡомдоң сибек булып үҫеүенә йоғонто яһай.

Йылдар буйы тупланған тәжрибәнән иң һөҙөмтәле кәңәштәр:

 

  1. Ике-өс айға бер ҡуяндарҙың эсәр һыуына өс көн дауамында биш-алты тамсы йод ҡушып эсерегеҙ. Улар был һыуҙы яратмай, әммә башҡа сара ҡалмаһа, эсергә мәжбүр. Был күпселек ауырыуҙарҙан иҫкәртеү сараһы булып тора.
  2. Дарыуханала “Һөт кислотаһы” һаталар. Был препаратты ла даими рәүештә ҡуяндарҙың һыуына ҡушып эсерегеҙ. Сара иммунитетты күтәрергә ярҙам итә.
  3. Үҫеп килгән ҡуяндарға һәм тоҡомға ҡалдырғандарына даими рәүештә кесерткән, әрем ашатығыҙ. Был үләндәр ҙә ауырыуҙан һаҡлай. Тик ҡуянды һуйырҙан алда ике аҙна әрем бирергә ярамай, сөнки тәме итенә сыға.

 

Тоҡомло ҡуян мыжыҡ була

 

Кеше ҡуянды эт, һыйыр һәм кәзәнән һуң эйәләштергән. Боронғо Рим яҙмаларында тәүге йорт ҡуяндары тураһында мәғлүмәт бар. Ошо мәлдән уларҙың төрлө тоҡомон сығарғандар. Бәләкәй генә йәнлектең файҙаһы күп: диетик итен, йөнөн йә тиреһен ҡулланалар.

Донъяла ҡуяндарҙың ике йөҙҙән ашыу тоҡомо бар. Уларҙы шартлы рәүештә дүрт төркөмгә бүлергә була: декоратив, итле, йөнлө һәм тире өсөн. Шулай итеп, үрсетер булһағыҙ, тәү сиратта уның тоҡомон самалағыҙ. Ҡуян тота башлағанда иң ябай, йыш осраған тоҡомға туҡталығыҙ, тип әйтеп үткәйнем. Был – иң ябай ысул. Тәү сиратта ҡуяндар менән яҡынданыраҡ танышыр һәм нескәлектәрен өйрәнеү өсөн, тоҡомлоларын, ҙурҙарын ҡарау ауырыраҡ.

Ҡуян тота башлағандан бирле төрлөләрен алып ҡараным. Хаталанған осраҡтар бихисап булды. Үҙеңә оҡшаған, ҡул килешкән тоҡомдо табыу, ай-һай, ауыр.

Беҙ эшебеҙҙе “совет шиншиллаһы” тип аталған тоҡомдан башланыҡ. Кәүҙәһе оҙонса, һоро йә ҡара. Уның ауырлығы әллә ни ҙур түгел – өс килограмм тирәһе. Ауырыуға бик бирешмәгән был әрһеҙ тоҡомға иғтибар бирергә кәңәш итәм. Инәләре – һәйбәт әсәй, 6 – 11 бала таба, бөтәһен дә юғалтыуһыҙ үҫтерә. Йылына кәм тигәндә дүрт тапҡыр балалатырға була. Өс инә, бер атаны гел ҡалдырып торам, сөнки башҡа ҡуяндар менән уңышһыҙлыҡҡа осраһаң да, былар бер ваҡытта ла ҡыйын хәлдә ҡалдырмай.

“Калифорния” тип аталған тоҡомдо ныҡ маҡтайҙар ине. Йәнәһе лә, дүрт ай эсендә дүрт килограмм тирәһе ауырлыҡ йыя, биш айҙан аталандыра башларға була. Ҡыҙығып, беҙ ҙә был тоҡомға ҡараған ике инә, бер ата алдыҡ, тик оҡшатманыҡ.

Бәлки, ҡуяндарҙы һатҡан кеше беҙҙе алдаған­дыр. Башҡаса был төр ҡуянды һайламаныҡ. Әлеге тоҡомдоң ҡолаҡтары, аяҡтары һәм мороно һоро төҫтә. Ҡолаҡтары 11 сантиметрға тиклем оҙон­лоҡта. Күҙҙәре ҡыҙыл, кәүҙәләре йомро, аяҡтары ҡыҫҡа. Был тоҡомға ҡараған ҡуянды алғанда, уның танауына иғтибар итергә кәрәк: ул көмрө булырға тейеш.

“Һоро бәһлеүән” тип аталған ҡуяндарҙы ла алып ҡараныҡ. Тик артабан үрсетеүҙән баш тарттыҡ (сәбәбен һуңғараҡ аңлатырмын). Был тоҡом Украинала сығарылған. Ҙур ҡуяндарҙың ауырлығы ете килограмға етә. Талымһыҙ, һыуыҡҡа бирешмәй. Инә ҡуян, кәм тигәндә, һигеҙ бала таба. Тиреһенең төҫө – көлһыу.

“Аҡ бәһлеүән” беҙгә Бельгиянан килгән. Бельгия, “совет шиншиллаһы” һәм “һоро бәһлеүән” тоҡомдарын ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тиреһе ап-аҡ төҫтә, күҙҙәре ҡыҙыл. Кәүҙә оҙонлоғо 60 сантиметр самаһы. Уртаса ауырлығы биш-алты килограмм. Инәһе уртаса ете-туғыҙ бала таба. Тар ситлектә тотҡанды яратмай. Тиреһе эшкәртеүгә һәйбәт. “Һоро” һәм “аҡ бәһлеүән” тоҡомдарын алып ҡараным, тик артабан уларҙы үрсетеүҙән баш тарттым, сөнки “Бельгия фландеры” тип аталған тоҡомға ғашиҡ булдым. Тәүҙә фотоларына ҡарап ҡына һоҡлана инем. Унан алыҫтан һатып алдым, тик тәүге ҡуяндарым бер йыл йәшәп үлде. Береһе хатта яман шеш менән ауырыны.

Ҡыш Татарстандың Аҡтаныш районынан тағы өс ҡуян барып алдым. Был юлы ҡуяндар ҡыуандырҙы. Уларҙың башы ҙур, ҡолаҡтарының оҙонлоғо 25 сантиметрға етә. Кәүҙә оҙонлоғо – 65 сантиметр тирәһе, ауырлығы 6 – 10 килограмм самаһы. Беҙҙең ата ҡуян – 11 килограмм. Төҫө, ғәҙәттә, ҡыҙғылт һоро. Инә ҡуян 8 – 15 бала таба. Был ҡуян аҡыллы, ҡулға тиҙ эйәләшә, холҡо тыныс. Шуға ла тап ошо ҡуянды үрсетеү тураһында хыялландым.

Сит илдә уларҙы йортта эт урынына тоталар икән. Ышанам, сөнки был малҡайҙар аҡыл яғынан башҡа ҡуяндарҙан күпкә өҫтөнөрәк. Мәҫәлән, беҙҙең ата ҡуян ситлектән сығып, һарай буйлап йөрөп алырға ярата. Ситлектән сығыр өсөн ул алғы аяҡтары менән ишекте һелкетә. Келә ысҡынғас, рәхәтләнеп үҙ эштәре менән була. Тик... һарайға кеше инеү менән йүгереп үҙ урынына барып ултыра. “Ишек асылды бына, ә мин эш боҙманым. Ҡарап ултырам әле”, тигәндәй. Ашарға ла уларға иң беренсе һалырға кәрәк. Тәмлекәстәр икенсе ҡуяндарға эләкмәҫ борон. Башҡаларҙы алдан ашатһаң, сүлмәктәрен ауҙарып, барабан һуға башлайҙар.

Тик ҙур ҡуяндар мыжығыраҡ. Уларҙы ентеклә­берәк тәрбиәләргә, күберәк иғтибар бирергә кәрәк. Хаҡы ла ҡыйбат булғас, балаларын юғалтыуһыҙ үҫтерге килә, шуға даими рәүештә төрлө витамин ҡаҙап, прививкалар эшләп тороу мөһим. Ашатыу яғынан да уларға иғтибар күберәк бүленә.

Тиреләрен тәүге осорҙа ташлай торғайныҡ. Һуңынан уларҙы эшкәртә белгән оҫтаны табып, тирене эшкәртеүгә бирә башланыҡ. Уларҙың матур килеп сыҡҡанын күреп, махсус рәүештә “рекс” тип аталған ике ҡуян алдым. Улар вағыраҡ. Ауырлыҡтары – өс килограмм самаһы. Ҡолағы ҡыҫҡа, ә тиреләре ғәләмәт матур. Һатып алғанда мыйыҡтарына иғтибар итергә кәрәк. Ысын, тоҡомло “рекс”тың мыйыҡтары бөгөлөп тора йә ҡыйышыраҡ булып үҫә. Был – тоҡомдоң төп айырмаһы.

Былтыр, күҙ ҡыҙып, дебет ҡуяны алдым. Бейәләй, йөн ойоҡ бәйләге килә. Йөнлө ҡуянды табыуы ҡыйын. Хаҡы ла тешләшә, сөнки уларҙы үрсетеүе ауыр, балаларын насар ҡарай, үлтереү ихтималлығы ла көслө. Тәрбиә яғынан шулай уҡ иғтибарҙы күп талап итә. Ай һайын йөнөн ҡырҡып торорға кәрәк. Болот кеүек йомшаҡ йәнлек ҡулды ярата.


Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: