Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2023, 12:30

Ғәҙелбайҙар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай

Ауыл халҡының эшсән, егәрле булыуы уларҙың йәшәйешендә сағыла.

Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһе ул  Ғәҙелбай. Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенә ҡарай, халыҡ телендә Шырмай ауылы булараҡ киң танылған. Тарихи сығанаҡтарға килгәндә, 1812 йылда Верхнеуральск өйәҙе Бөрйән улысы Кинйәбулат (Буранбай) ауылы башҡорттары ауылға нигеҙ һала, тәүгеләрҙән булып Ғәҙелбай Ейәнғолов килеп ултыра. Шырмай тигән исеме иһә ошо ауыл кешеһе Шырмай Ибраҡов исеменән теркәлгән.

 

 

Баҡсаға биш бала йөрөй...

 

Ауыл уртаһынан Батҡаҡлы тигән йылға аға. Шулай уҡ яр аҫтынан сылтырап ҡына ағып ятҡан Сүмес ҡоҙоҡ шишмәһе – ауылдың ғорурлығы. Һәр йортта тиерлек ҡоҙоҡ булһа ла, уңған ҡатын-ҡыҙҙар көйәнтәләп Сүмес ҡоҙоғона һыу алырға йөрөй. “Сүмес менән һоҫоп һыу алабыҙ, исеме лә шунан килеп сыҡҡан”, – ти ғәҙелбайҙар. Беҙгә лә, ауылға ингәс тә, көйәнтәле тулы биҙрәләр осраны. Тимәк, эшебеҙ уңыр, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Ысынлап та, Ғәҙелбайҙа бик күп матур, уңған кешеләр менән осраштыҡ, бай мәғлүмәт тупланыҡ. Беҙҙе ауыл менән яҡындан таныштырған клуб мөдире Гөлшат Ғәлинаға айырыуса рәхмәтлебеҙ.

Ҡасандыр гөрләп торған Ғәҙелбайҙа бөгөн клуб һәм элекке туғыҙ йыллыҡ мәктәптең бер яғында Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбе филиалына ҡараған балалар баҡсаһы, шәхси магазин һәм мәсет бар. Бөтәһе 78 хужалыҡ иҫәпләнә, 287 кеше йәшәй. Ауылдың иң олоһо Салауат Иҫәнғолов булһа, иң кесеһе – ике йәше лә тулмаған Айгиз Яйыҡбаев. Йорттар төрлө ерҙә урынлашҡан, хатта элекке урамдарҙа бер нисә йорт бөтөнләй ташландыҡ хәлдә ултыра. Ауылда күберәк өлкән быуын йәшәй, малсылыҡ менән шөғөлләнеп донъя көтә. Ғәҙелбайҙың 20-гә яҡын уңған хужабикәһе аҙна һайын Баймаҡ баҙарында һөт ризыҡтары һатып аҡса эшләй. “Клиенттарыбыҙ беҙҙе көтөп кенә тора, ҡыҙыл эремсек Ғәҙелбайҙың брендына әүерелде инде”, – ти улар.

Балалар баҡсаһына килгәндә, йәмғеһе биш бала йөрөһә лә, беҙ барғанда Фаягөл Йәндәүләтова менән Айназ Рыҫбаев ҡына килгәйне, ҡалғандары сирләй. Тәрбиәсе Ләйсән Иҫәнғолова әйтеүенсә, ауылда йылдан-йыл балалар һаны кәмей, йәштәр ҡалмай. Беренсе класҡа бер уҡыусы барһа, бер тәнәй балалар баҡсаһына киләсәк, шуға күрә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына заманса шарттар тыуҙырыу, һыу үткәреү, йылы бәҙрәф эшләү саралары ла күрелмәй әле. Ауылға әллә ни иғтибар юҡ, “балалар һаны тулмай” тигән мөһөр һуғылғанғалыр, күрәһең.

Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй Ләйсән Иҫәнғолова менән Гөлйөҙөм Ғәлина. Үҙҙәре тәрбиәсе, ашнаҡсы, йыйыштырыусы һәм ойоштороусы булараҡ, кескәйҙәргә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышалар, тәмле итеп ризыҡтар бешерәләр, дәрес үткәреп, төрлө байрамдар ойошторалар.

Ауылдың киләсәге тәрбиәләнгән йылы йорттоң матурлығы арбаны, Фаягөл менән Айназдың ихласлығы күңелдәрҙе күтәрҙе, бер аҙға ғына булһа ла бала саҡ иленә алып ҡайтҡандай тойолдо.

 

“Бына, исмаһам, атай!”

 

Күптән түгел Ғәҙелбай ауылынан ҡатыны бик иртә вафат булып, өс балаһын бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән Мөҙәрис Әхмәтов “Атай ҡаһарманлығы” бәйгеһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Ошо хаҡта ишеткәс тә, өлгөлө атай менән шәхсән танышырға теләк белдерҙек.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың иң өлгөлө атайҙарын “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнеләр. Өсөнсө тапҡыр үткән бәйгегә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 218 атайҙан ғариза килгән, уларҙың 38-е еңеп сыҡҡан. Шуларҙың береһе – Мөҙәрис Йосоп улы Әхмәтов.

Тәртип йорт тупһаһынан уҡ башлана: һәр ерҙә бөхтәлек хөкөм итә, иҙәндәр ялтырап ята. Өйгә кергәс тә аптырап ҡалдыҡ: тәҙрә төптәрендә генә түгел, иҙәндәрҙә лә әллә күпме гөл урын алған, һәр береһе тиерлек сәскә атҡан. Беҙҙең ҡарашты һиҙеп, йорт хужаһы бер аҙ юғалып ҡалғандай булды ла: “Айгөлөмдөң гөлдәре... Һулытҡым килмәй, уның бер иҫтәлеге итеп үҫтерәм. Бигерәк сәскәләр яратты, гөлдәр ултыртыр ине”, – тине.

Мөҙәрис Йосоп улы буласаҡ кәләше Айгөл Фирғәт ҡыҙы менән бер класта уҡыған. Уларҙың дуҫлығы оло һөйөүгә әйләнә, һәм йәштәр 1999 йылда өйләнешә. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Нурсилә, улдары Байрас менән Даян донъяға килә. Йәштәр күркәм, яҡты йорт һалып сыға, әммә барыһы ла һин теләгәнсә генә бармай шул. 2014 йылда йорт хужабикәһе ҡапыл ғына яман сирҙән вафат була. Бер көн эсендә бөтә донъя әйләнгәндәй булды, тип хәтер ебен тағатты әңгәмәсем.

– Йылдар үтһә лә күңел яралары һаман төҙәлмәй, ул саҡтарҙы иҫкә төшөргөм дә килмәй. Әсәйҙәре вафат булғанда Даянға ни бары биш кенә йәш ине, бөгөн ул һигеҙенсе класта уҡый. Бер үҙемә ныҡ ауыр булды, әммә ошо балалар хаҡына йәшәргә тырыштым. Улар ҙа мине аңланы, бер-береһенә ярҙам итеп, туғандарын ҡарап үҫтеләр. Ҡыҙым менән Байрас улым Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһын тамамланы, быйыл Байрас Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде, ҡыҙым Өфөлә эшләп йөрөй. Даяным да уҡыуға зирәк, эшкә шәп, – ти Мөҙәрис Йосоп улы.

Йорт хужаһы күпләп мал тота, тракторы ла бар. Атайҙарына ярҙамға һәр саҡ балалары килә. Күмәкләшеп бесән әҙерләгәндәр, утын ярып, күбәләй итеп өйөп тә ҡуйғандар. Артығын һатып та ебәрәләр, күпселек мал көсө менән йәшәй улар. Ауылдаштарына, ата-әсәһенә, туғандарына ҙур рәхмәтле Мөҙәрис Әхмәтов. “Балаларыма бар яҡлап ярҙам иттеләр. Ҡыҙымдың сәсен үрергә өлгөрмәгән сағымда уҡытыусы Гөлсинә Йортбәкова үреп ебәрер ине. Мәктәптә төрлө саралар үтһә, кейемдәрен рәтләп, үтекләп тә бирҙеләр. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!” – ти өлгөлө атай.

Әйткәндәй, ауылдаштары һәм район етәкселеге тап Мөҙәрис Әхмәтовты “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына юҡҡа ғына тәҡдим итмәгән. Киләсәктә бәйгелә еңеп сығырға яҙһын. Балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, эсмәгән һәм тартмаған, матур донъя көткән, ауылдаштарына өлгө күрһәткән оло йөрәкле атай был наградаға күптән лайыҡ. Уның күкрәген “Атай ҡаһарманлығы” миҙалы мотлаҡ биҙәргә тейеш.

 

Алтындай балҡышлы ғүмер

 

Ғәҙелбай ауылында өлгөлө, матур ғүмер кисергән, үҙ ерҙәрен нурлап йәшәгән ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе – Роза менән Һөйөндөк Ишморатовтар. Бәхетле пар күптән түгел алтын туйҙарын билдәләгән. Ярты быуат иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп өйрәнгән ғаилә, ысынлап та, һоҡланырлыҡ!

Күрше Шүлкә ауылында тыуып үҫкән Роза Исламғәзи ҡыҙы унынсы класты бөткәс тә, Ғәҙелбай ауылына уҡытыусы булып эшкә килә. Бер йортҡа фатирға төшөп, балаларға белем бирә. Күп тә үтмәй, күрше йортта йәшәгән егет әрме хеҙмәтен тултырып ҡайта. Һалдатты ата-әсәһе, туғандары ҡаршылап, мул табын әҙерләй. Һалдаттан ҡайтҡан егет йәш уҡытыусы йәшәгән йортҡа тәүҙә ултырғыс һорап керә һәм бер ситтәрәк йәш кенә матур ҡыҙҙың дәрес әҙерләп ултырғанын күрә. Аҙаҡ нимәлер һорап, йәнә күршеләргә инә һәм, ҡыҙҙың исемен һорап, танышып сыға.

– Тәү күргәндә үк оҡшаттым Розаны. Ғашиҡ булдым, – тип хистәрен йәшермәй бөгөн дә Һөйөндөк Хөрмәтулла улы. Күп тә үтмәй, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Инәйегеҙ менән бик матур ғүмер кисерҙек, бер ваҡытта ла балалар алдында бер-беребеҙҙең йөҙөн йыртманыҡ, ауыр һүҙҙәр әйтмәнек. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәнек. Әле лә Розамды йәш саҡтағы кеүек яратам.

Колхоздың төрлө эшендә тир түгергә лә, шофер һәм механизатор ҙа, автобус йөрөтөргә лә тура килә уға. Йорт хужабикәһе лә эшкә әрһеҙ була – донъяһын да баға, колхоз эшенә лә өлгөрә. Биш балаға – дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирә Ишморатовтар. Үҙҙәре кеүек тырыш һәм уңған булып үҫә улар ҙа, бөгөн һәр береһенең үҙ ғаиләләре, һөнәрҙәре бар. Ун ейән-ейәнсәргә һәм бер бүләгә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә улар.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмайҙар: баҡса үҫтерәләр, йәшелсә йыл һайын тәгәрәшеп уңа, сәскәләре ихаталарын йәмләй. Мал көтмәгәнгә лә күп түгел, шулай ҙа ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Роза Исламғәзи ҡыҙы ҡул эштәренә бик маһир, уның сейләндән яһалған эштәре, төрлө сәскәләре, сигелгән һәм бәйләгән диван, ултырғыс япмалары күҙҙең яуын ала.

– Бәләкәйҙән ҡул эшенә оҫта булдым. Әсәйем шәл бәйләһә, мин уның ситен бәйләп ултырыр инем. Төрлө ҡул эштәрен берҙәй яратып башҡарам, күңел һалып бәйләгән, сиккән өлгөләремде ҡыҙҙарыма, ейәнсәрҙәремә бүләк итәм. Ҡыҙҙарымды ла өйрәтәм, шөғөлөмдән йәм табып, хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күреп, балаларса ҡыуанып та алам, – ти ул.

Алтын туйҙарын билдәләгән парға, республика Башлығы Указына ярашлы, иҫтәлекле бүләк тапшырылған. “Башлыҡ биргән сынаяҡтарҙан парлашып артабан да сәй эсергә яҙһын”, – ти Ишморатовтар.

Әйткәндәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йорт хужаһы әле лә “тимер ат”ын йүгәнләй, уның водитель булараҡ стажы – 53 йыл.

 

Матур йәшәү – үҙе бәхет

 

Ауылда төпләнеп, матур ғаилә ҡороп йәшәгән ғаиләләр ҙә бар. Сәләмәт тормошто үҙ иткән, ауылдаштарына өлгө булған Гөлсинә һәм Рәсих Йортбәковтар – ауылдың терәге лә, йәме лә. Әйткәндәй, ауылда Йортбәковтар араһы үҙҙәренең татыу һәм бер-береһенә терәк булыуҙары менән дә айырылып тора. Әнисә менән Рәсүл Йортбәковтар, Әнисә һәм Фәйзрахман Йортбәковтар – ауылдаштары өсөн бар яҡлап та үрнәк. Бөгөн ата-әсәләренең матур өлгөһөн балалары дауам итеүе бигерәк тә ҡыуаныслы.

Ғүмәр ауылы гүзәле Гөлсинә Рауил ҡыҙы менән Ғәҙелбай егете Рәсих Рәсүл улы 2003 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Береһе – башланғыс кластар уҡытыусыһы, икенсеһе физкультуранан дәрес бирә. Беренсе Этҡол урта мәктәбенә йөрөп эшләйҙәр, көндәренең күп ваҡыты мәктәптә һәм юлда үтеүгә ҡарамаҫтан, бар эшкә өлгөрә улар. Бәхеттәрен тулыландырып тыуған ҡыҙҙары Нәргизә, улдары Динислам менән Инйәр – бөгөн ата-әсәһенең иң ҙур терәге лә, шатлығы ла.

Рәсих Рәсүл улы районда тәүгеләрҙән булып “Ылаҡ” уйынын башлаған, уны, бик уңышлы сығыш яһаусы булараҡ, яҡшы беләләр. Улай ғына ла түгел, ул үҙе ауылда уҡыусы балалар һәм уйнарға теләгән йәштәр өсөн махсус рәүештә уҡ атыу, атта һыбай килеш уҡтан атыу кеүек ярыштарға әҙерләү өсөн махсус майҙансыҡ эшләгән. Ундағы бар эште улдары менән бергә башҡарған. Әйткәндәй, Рәсих Йортбәков үҙе лә бәләкәйҙән ат ярата, һыбай йөрөп үҫкән егеттәрҙең береһе ул, шуға күрә лә ат спорты, уҡ атыу, һыбай килеш уҡтан атыу кеүек элекке милли ярыштар күңеленә бик яҡын.

– Уҡыусылар өсөн спорттың бөтә төрҙәре буйынса ла секциялар ойоштороп, төрлө ярышта еңеп сыҡтыҡ. Шулай ҙа күңелгә нимәлер етмәгән кеүек тойола торғайны, ниһайәт, шул бушлыҡты тултырыу үҙенән-үҙе килеп сыҡҡандай булды. Ошо атҡа бәйле күнекмәләрҙе башлағас та, уҡыусылар, үҙҙәре үк теләк белдереп, өйрәнергә килә башланы. Мин уны үҙемдең буш ваҡытымда үткәрәм, бер ниндәй ҙә секция йәки түләүле дәрес түгел. Күңел ҡушыуы, ҡан тартыуы буйынса башҡарыла барыһы ла. Тәүге тапҡыр ҡулына йәйә алған башҡортҡа уны нисек тоторға, нисек уҡ атырға өйрәтеү ҙә кәрәкмәй. Барыһы ла ниндәйҙер эске тойомлау, һиҙемләү буйынса башҡарыла. Был беҙҙең ҡандан килә, шуға күрә уҡ атырға теләк булғанда, ҡарты ла, йәше лә, балаһы ла өйрәнә ала. Быйыл районда “Тай-тулаҡ”, “Башҡорт аты” кеүек ярыштарҙа улым Инйәр менән ҡатнашып, призлы урындар ҙа алдыҡ. Бер нисә этапта Өфөлә үткән “Терра Башҡортостан” ат спорты ярышында ҡатнашып, еңеүсе исеменә һәм аҡсалата призға лайыҡ булдыҡ, – ти Рәсих Рәсүл улы.

Спортты үҙ иткән, сәләмәт тормош алып барған Йортбәковтар ғаиләһе ауылда, ауыл биләмәһендә, район һәм республика буйынса бер нисә тапҡыр “Атай, әсәй һәм беҙ – спортты яратҡан ғаилә” ярыштарында ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. Йыл һайын район һабантуйҙарында спорттың төрлө ярыштарында еңеүсе була, уҡыусылары ла районда волейбол, баскетбол, көрәш буйынса призерҙар һәм еңеүселәр рәтендә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап спортта алдынғылыҡты бирмәй. Динислам менән Нургизә, үҙҙәре белем алған юғары уҡыу йорттарында спорт ярыштарында даими ҡатнашып, уҡыу йортоноң йыйылма командаһы составына инһә, кинйәләре Инйәр ҙә спортты үҙ итә. Шулай ҙа ул малдарҙы ярата, бигерәк тә атһыҙ йәшәй алмай. Бәләкәйҙән уға “зоотехник” ҡушаматы тағылыуы ла юҡҡа түгел. Һәр малға ҡарата шул тиклем иғтибарлы, уларҙы үҙенсә дауалай, иркәләп өндәшә, малҡайҙар тураһында бик күп мәғлүмәт уҡый. Киләсәктә ул мал табибы булырға хыяллана һәм башҡорт тоҡомло аттар үрсетергә теләй.

Матур йәшәү – үҙе бәхет, тип иҫәпләгән Йортбәковтар ғаиләһенә ҡарап, һоҡланырға һәм үрнәк алырға ғына ҡала.

 

Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа

 

Ауылдың йәнә бер йәш һәм күп балалы ғаиләһе менән дә танышырға насип булды. Мәрйәм менән Илһам Иҫәнғоловтар дүрт ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биргән. Әле атай кеше вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, шуға күрә бар донъя мәшәҡәте – йорт хужабикәһе иңендә. Килен булып төшкән ерендә таштай ерегеп, ҡәйнә-ҡайныһының нигеҙен һыуытмай йәшәп ятыуҙары. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған был мөләйем ҡатынға ҡарап, һис тә биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең! Ҡыҙҙарына ла исемдәрҙең сәскә кеүектәрен һайлаған. Өлкән ҡыҙҙары Миләүшә – VIII класта, Азалия Баймаҡ лицей-интернатының VI класында белем ала, яңыраҡ шайморатовсылар сафына алынған. Наҙгөл – III класта, Айгөл менән Ильяс балалар баҡсаһына йөрөй.

– Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Күп бала бер-береһен ҡараша, туғандары өсөн өҙөлөп тора, улар ифрат татыу була. Күмәк балалы ғаиләлә йәшәү күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул. Иремдең терәген, ярҙамын тоймаһам, күп бала табырға ла баҙнат итмәҫ инем. Атайҙары балалары өсөн өҙөлөп тора, уның эштән ҡайтыуы – барыбыҙ өсөн дә ҙур байрам. Ә инде өйөбөҙҙә балалар тауышы яңғырап тороуы – минең өсөн ҙур бәхет, – ти Мәрйәм Рафиҡ ҡыҙы.

Тиҙҙән бәхетле әсәйҙең күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәр, документтар юллау өҫтөндәбеҙ, ти ул. Күршеләрендә генә ҡайны-ҡәйнәләренең йәшәүе лә йәш ғаилә өсөн бик уңайлы. Кәрәк саҡта балаларын улар янында ҡалдыралар. Үҙҙәре йомош менән район үҙәгенә сыҡҡанда, донъялары ла ҡараулы була. Милләтебеҙҙең киләсәген дауам итеп, күп бала тәрбиәләгән, ауылдарында төпләнгән Иҫәнғоловтар ғаиләһенә уңыштар теләйбеҙ.

 

“Исҡужа” мәсете иман тарата

 

Ғәҙелбайҙа элек-электән диндар халыҡ йәшәгән. Ауылдың мәсете 1936 йылда емерелә, әммә төрлө сәбәп арҡаһында Иман йортон ҡабаттан төҙөү мөмкинлеге булмай. 2006 йылда ауыл халҡы мәсет төҙөргә ынтылып ҡарай, һәр йорттан аҡса йыйыла, әммә алынған бура юҡҡа сыҡҡас, эш урынынан ҡуҙғалмай.

Ошо ауылдың ейәнсәре Динә (Диана) олатаһы йәшәгән йорт нигеҙендә мәсет төҙөү теләген туғандарына еткергәс, барыһы ла уның изге ниәтен хуплай һәм ярҙам итәсәктәрен белдерә. Динә үҙ аҡсаһына, йәғни 150 мең һумға 7х8 кв. м бура һатып ала, уны ауыл халҡы өмә менән күтәреп ултырта. Йәнә йорт һайын ярҙамға аҡса йыйыла, кемдер үҙе бирә, икенселәр төҙөлөш материалы менән ярҙам итә. Тиҙ арала ауылда нур балҡытып Иман йорто сафҡа инә, манараһынан тәүге аҙан тауыштары яңғырай.

Олатайҙары Исҡужа Ҡәнзәфәр улы Фәйзуллин хөрмәтенә төҙөгән мәсеткә “Исҡужа” тип исем бирәләр, һәм ул 2015 йылда Баймаҡ районында 61-се Иман йорт булараҡ асыла. Бөгөн бында йома намаҙҙары уҡыла, дини байрамдар үтә, ифтар, ҡорбан аштары ойошторола, шулай уҡ балаға исем ҡушыу, никах уҡыу йолалары ла атҡарыла.

– Ирҙәр аҙыраҡ йөрөй мәсеткә, күберәк ҡатын-ҡыҙ килә. Халыҡтың аҡрынлап булһа ла иманға килеүе ҡыуандыра, араларында йәштәрҙең һәм балаларҙың да булыуы икеләтә һөйөнөслө, – ти ауылдың имам-хатибы Ғүмәр Исҡужа улы Фәйзуллин.

Иман бар ерҙә бәрәкәт, донъялар имен булыр, тиҙәр. Дин йорто киләсәктә лә ауылды нурлаһын, аҙан тауышы халыҡтың күңелен паклаһын, тигән ышаныс менән сыҡтыҡ беҙ ҙә ауыл мәсетенән.

 

Ауылдаштарын моңға сорнай

 

Ғәҙелбайҙағы клуб – мәҙәниәт усағы ғына түгел, ә ауылдың “йөрәге” лә. Ҡыш һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, йәше лә, олоһо ла ошонда килә, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Улай ғына түгел, унда бер нисә ансамбль уңышлы эшләп килә.

Клуб мөдире Гөлшат Ғәлина әйтеүенсә, ауылдың “Сәсмәүер” фольклор ансамбле күрше-тирә ауылдарҙа, шулай уҡ районда ла киң танылған. Бында ауылдың дәртле, йыр-моң яратҡан хужабикәләре тупланған. Шулай уҡ клуб янында “Шатлыҡ” һәм “Шырмай” ир-егеттәр ансамблдәре лә уңышлы эшләй.

Гөлшат Таңғатар ҡыҙы күп сараларҙа үҙенең дәртле йырҙары менән ауылдаштарын моңға сорнай, йәштәрҙең ялын файҙалы ойоштороу маҡсатында төрлө саралар үткәрә. Ауылдаштары менән берлектә Әсәйҙәр байрамы, Яңы йыл кисәһен дә үткәрҙеләр.

– Ауыл халҡы йыр-моңдо ярата, мәҙәниәтте үҙ итә. Ниндәйҙер сара үткәреү өсөн башлап ебәреү генә кәрәк, уны артабан дауам итеүселәр һәр саҡ табыла. Ғәҙелбайҙар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, күрше ауылдар менән дә һәр саҡ бергәләшеп, үҙ-ара татыу йәшәй, – ти клуб мөдире.

Ысынлап та, ауыл халҡының эшсән, егәрле булыуы – уларҙың йәшәйешендә, тырышлыҡтары көнкүрештәрендә асыҡ сағыла.

 

Кәримә Усманова

Баймаҡ районы.

Алтын туйҙарын билдәләгән Роза менән Һөйөндөк Ишморатовтар.
Ауылдың спорт һөйгән ғаиләһе Гөлсинә һәм Рәсих Йортбәковтар улдары Инйәр менән.
Ауылдың имам-хатибы Ғүмәр Фәйзуллин.
Биш бала әсәһе Мәрйәм Иҫәнғолова ҡыҙҙары Миләүшә, Айгөл һәм улы Ильяс менән.
Ауылдың иң шәп атайы  Мөҙәрис Әхмәтов.
Тәрбиәсе Ләйсән Иҫәнғолова Фаягөл һәм Айназ менән.
Алтын туйҙарын билдәләгән Роза менән Һөйөндөк Ишморатовтар.
Читайте нас