Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2023, 12:15

Эй күңелле һырғалаҡта!

Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.

Оҙайлы ҡышҡы каникул осоронда һәр кем ғаиләһе, балалары менән ял итеп ҡалырға тырыша. Саф һауа, күңелле уйындар, ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү кешене сыныҡтыра, миҙгел сирҙәренә ҡаршы торорға булышлыҡ итә. Шөкөр, республикабыҙҙа ололарға ла, балаларға ла рәхәтләнеп ял итеү өсөн мөмкинлектәр етерлек, күмәк халыҡҡа тәғәйенләнгән саралар ҙа йыш ойошторола.

Яңы йыл каникулы осоронда – 1 ғинуарҙан 8-енә тиклем республиканың Спорт министрлығы Спорт һәм сәләмәтлек ун көнлөгө иғлан итте. Уға ярашлы, көн һайын ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыу ҡаралған. Мәҫәлән, бөгөн, 3 ғинуарҙа,  мәктәптәр базаһында “Ғаилә старттары көнө” үтә.

Баш ҡаланың парктарында ла ҡыҙыҡлы ярыштар ойошторола: 4 ғинуарҙа “Алға, сәләмәтлеккә табан!” тип аталған саңғы уҙышы ҡаралған. Был көндә “Ҡашҡаҙан” паркы мәктәп командаларын “Ҡышҡы уйындар”ға ҡабул итә, программала шыршыны алыҫлыҡҡа ташлау, тюбингтарҙа шыуыу, арҡан тартышыу һәм башҡа ярыштар ҡаралған. 5 ғинуарҙа Ғафури исемендәге паркта фигуралы шыуыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, теләге булғандар конькиҙа уҙышыуҙа ҡатнаша ала. Сара 12.00 сәғәттә башлана. 6 ғинуарҙа Балан ауылы янында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар араһындағы саңғы ярышы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Раштыуа байрамында Ғафури исемендәге парк гөрләп торасаҡ: “Сәләмәтлек һуҡмағы”на баҫыу­сыларҙы, ҡыҙыҡлы уйындарҙан тыш, йылы сәй һәм тәмле былау ҙа көтә. 8 ғинуар ҡышҡы спорт ярыштары көнө тип иғлан ителгән. Шулай уҡ каникул осоронда Өфө ҡалаһының райондарында Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” хоккей турнирының урындағы этабы старт ала, уҡыусылар ҡала күләмендәге ярышҡа сығыу өсөн көс һынаша.

Баш ҡаланың үҙендә һәм уның эргә-тирәһендә 31 каток, 22 саңғы юлы булдырылған. Балалар Яңы йыл майҙансыҡтарындағы һырғалаҡтарҙа ла рәхәтләнеп шыуыу, ялды күңелле уҙғарыу мөм­кинлегенә эйә. Бындай боҙ ҡаласыҡтары һәр ҡалала, район үҙәктәрендә, ауылдарҙа булдырылды. Әйткәндәй, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йыл һайын “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” конкурсын уҙғара. Быйыл ғаризалар ҡабул итеү 10 ғинуарға тиклем дауам ителә.  Бының өсөн муниципалитеттар, үҙ биләмәһендәге иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләп, министрлыҡҡа тейешле документтар тапшырырға тейеш. Конкурс биш номинация буйынса – райондар, ҡала округтары, ҡала биләмәләре, ауылдар, күп фатирлы йорттар биләмәләре араһында үткәрелә. Ҡаласыҡтарҙы баһалағанда эштәрҙең үҙенсәлеклелегенә, заманса элементтарға, әкиәт геройҙарына, яҡтыртыу ҡорамал­дарына, биләмәнең байрамса биҙәлешенә, шулай уҡ таҙалыҡҡа һәм хәүефһеҙлеккә иғтибар бирелә. Конкурсҡа йомғаҡ 11 – 19 ғинуар арауығында яһала. Еңеүселәрҙе 100 меңдән 2,5 миллион һумғаса аҡсалата премиялар көтә.

Бына шулай, халыҡтың, тәү сиратта балаларҙың ҡышҡы ялын файҙалы, күңелле итеп ойоштороу өсөн республикала бихисап эштәр башҡарылды. Рәхәтләнеп боҙ ҡаласығындағы һырғалаҡтарҙа шыуаһығыҙмы, саңғыға баҫаһығыҙмы, туристик базаларға юлланаһығыҙмы – йәнегеҙ теләгәнен һайлағыҙ. Иң мөһиме – ҡышҡы ялығыҙ имен, хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен!


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: