

Яңы йыл каникулын һәр кем үҙенсә үткәрә. Мәҫәлән, беҙ өйҙә Яңы йылды ҡаршыланыҡ та икенсе көндө ауылға һыпырттыҡ – бурандан алда ҡайтып өлгөрҙөк.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, унда эш етерлек, ваҡыт күҙ асып йомғанғансы үтә лә китә. Ғәҙәттә, Яңы йылға тиклем малдың тояғын һәм башын өтөп ҡуя торғайныҡ, табынға ҡалтырауыҡ (холодец) әҙер була ине. Быйыл ҡайтырға ваҡыт булманы һәм был эште ҡышҡы каникул ваҡытына ҡалдырҙыҡ.
Тышта ҡар яуһа ла, көн йылы булды. 12 тояҡ һәм өс башты өтөп, йыуыуға бер көн етте. Мәшәҡәтле эш, әммә урынына еткереп эшкәртһәң, файҙалы ризыҡ.
Һеҙ тояҡ һәм башты өттөгөҙмө, эшкәрттегеҙме, әллә ташлайһығыҙмы?
Автор фотолары.