Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2023, 21:00

Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты

Ә һеҙҙең яҡта Ҡар өмәһе үткәрәләрме?

Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты
Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты

Өфө ҡалаһының Парк урамындағы 3/1 күп ҡатлы йортта йәшәгәндәр #НамНеВсеРавно тигән флешмоб иғлан иткән. Ошо хаҡта был йорттоң совет рәйесе Рөстәм Баянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

– Өфө ҡалаһының Октябрь район хакимиәте башлығы Сергей Плотниковҡа урындағы башланғыстарға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт. Гражданлыҡ позицияһы һәм йәшәгән ереңә илһөйәрлек мөнәсәбәте булған кешеләр булғанда ҡалабыҙ уңайлыраҡ һәм матурыраҡ булып китә бит, быны барыһы ла аңлай.

Йортобоҙҙа йәшәгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа берҙәмлегебеҙҙе күрһәттек, өйөбөҙ биләмәһен ҡарҙан таҙартыуҙы ойошторҙоҡ һәм бер ҙур ғаилә булыуыбыҙҙы күрһәттек. Иң мөһиме – ир-егеттәр менән өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сыҡты. Йәшәгән йорттарына һөйөү уларҙы тышҡы сығарҙы. Рәхмәт уларға. Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ әҙ булыр тип ныҡ борсолдом. Өйҙәге чатта ойошторолған һорау алыуҙа ни бары 10 кешенең генә сығып, ярҙам итергә ниәтен белдергән, әммә 40-ҡа яҡын кеше сыҡты, – тип яҙған Рөстәм Баянов.

Был өмәгә социаль селтәр аша саҡырылған Октярбрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, журналистар, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре килгән. Октябрь районының торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы ҡарҙы шунда уҡ сығарыуҙа ярҙамлашыу өсөн ике тарктор бүлгән. Ҡарҙы өс сәғәт буйына таҙалағандар, әммә бер кем дә ташлап инеп китмәгән, аҙағынаса ярҙам иткән.

– Бергәләп өмәгә сығайыҡ, халҡымдың матур йолаһы! Йәшәгән еребеҙҙе тәртипкә килтерәйек. Барыһы ла беҙҙең ҡулда! Берҙәмлектә көс! –ти Рөстәм Баянов.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com.

Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты
Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты
Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты
Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты
Рөстәм һәм уның тимуровсылары Ҡар өмәһенә сыҡты
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: